Йәмғиәт
11 Сентябрь 2021, 07:00

Эй, бала, бала...

Һарайҙа торған сейфтың асҡысы ҡайҙа ятҡанын ғаиләлә бөтәһе лә белгән. 11 йәшлек малай мылтыҡты алған да...

Эй, бала, бала...Эй, бала, бала...
Эй, бала, бала...

Ошо көндәрҙә республиканың Архангел районында фажиғә булған. Әсә кеше үҙ һарайында улының үле кәүҙәһен таба. Уның янында атаһының мылтығы ла ятҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11 йәшлек малай өлкән апаһы менән өйҙә дәрес әҙерләп ултырған. Фажиғә көнөндә атаһы эше буйынса сығып киткән, ә әсәһе хужалыҡ буйынса эштәр менән булған.

Һарайға ингәс, ҡатын ҡорал һаҡланған сейфтың асыҡ икәнлеген күреп ҡалған. Уның асҡысы ҡайҙа ятҡанын ғаиләлә бөтәһе лә белгән. Ошонда уҡ мылтыҡтан атылып үлгән улын да тапҡан.

Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитеты был эште асыҡлау менән шөғөлләнә.

“Уфа1” порталы хәбәрселәре фажиғә булған ауылдың китапханасыһы менән аралашҡан. Вафат булған малай йыш ҡына китапханаға йөрөргә яратҡан икән, төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, апаһы менән фортепианола уйнаған.

– Беҙ шок хәлендә. Малай алсаҡ, әүҙем ине, ғаиләһе лә бик һәйбәт. Апалары ла миңә йөрөй. Ул барлыҡ сараларҙа ҡатнашты. Башлыса әкиәттәр алып уҡый ине, бала ғына бит әле ул. Музыка менән дә шөғөлләнде. Ата-әсәһенә бик ауыр. Ни булғандыр, белмәйем, бала шаярып, яңылышлыҡ менән үлгәндер, – тигән ул.

Китапханасы белдереүенсә, әсәһе мәктәптә ашнаҡсы, атаһы вахта менән эшләгән. Уртансы апаһы мәктәпте тамамлай, өлкәне ситтән тороп вузда уҡыған.

– Октябрҙә уның тыуған көнө ине. Бик йәл, ҡот осҡос фажиғә, – тигән ҡатын.

Фото: Уфа1. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас