Йәмғиәт
11 Сентябрь 2021, 10:30

Рәсәй лидерҙары кем?

Улар араһында Өфөнән Вероника һәм Артем Изосимовтар ҙа бар.

Рәсәй лидерҙары кем?Рәсәй лидерҙары кем?
Рәсәй лидерҙары кем?

“Сенаж” идаралығы оҫтаханаһында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы “Рәсәй лидерҙары” конкурсының “Һаулыҡ һаҡлау” трегы финалы бара. Бәйгелә Рәсәйҙең 45 төбәгенән 125 конкурсант көс һынаша. Башҡортостандан, Өфөнән, ғаилә пары Вероника һәм Артем Изосимовтар ҙа бар, улар – табиптар.

Артем Изосимов – Башҡортостан дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы урынбаҫары, ә Вероника Изосимова – Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының баш табип урынбаҫары. Изосимовтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Әйткәндәй, был ғаилә үткән йылдарҙа ла ошондай конкурстарҙа ҡатнашҡайны.

– “Рәсәй лидерҙары” конкурсында, ысынлап та, көслөләр ҡатнаша, – тип һөйләй Артем Изосимов. – Вероника менән беҙҙең проектыбыҙ бар. Башҡортостан дәүләт медицина университетында команда менән эшләү, лидерлыҡты үҫтереү һәм уҡыусыларҙың коммуникацияһына булышлыҡ итеү проекты ул.

Вероника Изосимова әйтеүенсә, еңеүгә өлгәшеү юлы ябай ғына. Беренсенән, быға хәтлем тупланған оҫталыҡты эшкә егергә кәрәк. Икенсенән, уңыш йылмайырға тейеш.

Фото: komiinform.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас