Йәмғиәт
11 Сентябрь 2021, 06:30

Йәш эшҡыуар менән хушлаштылар

Был юғалтыуҙы дуҫтары, яҡындары бик ауыр кисерә...

Йәш эшҡыуар менән хушлаштыларЙәш эшҡыуар менән хушлаштылар
Йәш эшҡыуар менән хушлаштылар

Нефтекама ҡалаһында дауаханала йәш эшҡыуар – «Алло» магазиндары хужаһы Русландың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Был хаҡта "КП-Өфө" яңылыҡтар порталы хәбәр итә.

Бер нисә көн элек, 28 августа, ул мотоциклында юл фажиғәһенә эләккән булған. Байкерҙы тыҡрыҡта "Лада Ларгус" машинаһы үткәрмәй. Һөҙөмтәлә Руслан бер нисә метрға осоп барып төшә, иҫән ҡалыуын-ҡала, әммә башына ауыр йәрәхәт ала һәм комаға китә.

Дуҫтары, Руслан өсөн ныҡ борсолоп, Санкт-Петербург ҡалаһынан тәжрибәле табипты саҡырта, ҙур ғына суммала аҡса йыйып, юл сығымдарын ҡаплай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттең йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Социаль селтәрҙәрҙә лә, ҡәҙимге тормошта ла сос, әүҙем йәшәү рәүеше алып барған егетте бар ҡала халҡы белгән. Уның китеүен дуҫтары, яҡындары бик ауыр кисерә. Ғүмеренең иң аҫыл мәлендә ҡапыл өҙөлөүе бигерәк аяныс.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас