

Кисә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында Голиков урамы, 1, күп фатирлы йорт биләмәһендәге комплекслы төҙөкләндереү менән танышты.
Бында планға ярашлы йөрөү юлдары ремонтланған, тротуарҙар һәм яңы тамғалы парковка урындары эшләнгән. Хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылған. Хәҙер ихатала видеокүҙәтеү системалары ла бар.
Радий Хәбиров менән аралашҡан саҡта, бында йәшәгән кешеләр төҙөкләндереү буйынса бөтә эштәр улар менән бергә килешелгән булғанын әйтте.
“Беҙ үҙебеҙ һәр эште контролдә тоттоҡ, әле сифат менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Хәҙер ихаталағы был матурлыҡтың оҙаҡ йылдарға һаҡланыуын теләйбеҙ. Ҡала хакимиәтенән хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн кистәрен бында полиция хеҙмәткәрҙәре килеүен һорайбыҙ”, – тигән кешеләр.
Быйыл Стәрлетамаҡта “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса ике ихата биләмәһе төҙөкләндерелә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан буйынса 2024 йылға тиклем ике мең ихатаны төҙөкләндереү күҙ уңында тотала. Ике йыл эсендә 780 ихата яңыртылды ла, уларҙың 31-е Стәрлетамаҡта.
“Башҡортостан ихаталары” программаһы менән тәү сиратта иң насар хәлдәге ихаталарға инергә кәрәк. Пандемия программаны тормошҡа ашырыу темптарын бер ни тиклем кәметте, тик республика мотлаҡ рәүештә бар билдәләгән бурыстарын тормошҡа ашырасаҡ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Стәрлетамаҡ “Тоҙло пристань” проекты менән уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Бында Ашҡаҙар йылғаһы ярын төҙөкләндерергә, ҡарау майҙансығы, ял зонаһы, кафе, пляж, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, велоюлдар эшләргә йыйыналар. Ә Ашҡаҙар яры менән тарихи үҙәкте берләштергән Хоҙайбирҙин урамы йәйәүлеләр өсөн уңайлыраҡ буласаҡ.
Фото: Башинформ.