Йәмғиәт
12 Сентябрь 2021, 09:00

Салауат районында – мамонт һөйәге

Ә һеҙҙең ошондай табыштарға юлыҡҡанығыҙ бармы? Әгәр булһа, уны нимә эшләттегеҙ?  

Салауат районында – мамонт һөйәгеСалауат районында – мамонт һөйәге
Салауат районында – мамонт һөйәге

Башҡортостандың теге йәки был райондарында кешеләр ваҡыт-ваҡыты менән ҡыҙыҡлы табыштарға юлығып тора. Сираттағы ғәҙәти булмаған әйберҙе Салауат районының Шәрип ауылында йәшәгән 16 йәшлек үҫмер тапҡын. Ул Салауат менән Дыуан районы сигендә... мамонтҡа юлыҡҡан.

Үҫмер яланда көтөү көткән. Ҙур булмаған соҡорҙан ғәҙәти булмаған һөйәк килеп сыҡҡан. Был турала райондың “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә.

“Янғантау” геопаркы биологы, биология фәндәре кандидаты Полина Полежанкина белдереүенсә, табылған һөйәк – мамонт теше. Баҡһаң, райондың Иҙелбай ауылында ла кешеләр ошондай һөйәк тапҡан, әле ул геопаркта һаҡлана.

Үҫмер иһә үҙенең табышы менән нәмә эшләргә икәнлеген хәл итмәгән. Бәлки, берәй музейға йәки коллекционерҙарға бирер. Ә һеҙҙең ошондай табыштарға юлыҡҡанығыҙ бармы? Әгәр булһа, уның менән нимә эшләттегеҙ?

Фото: "На земле Салавата" баҫмаһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас