

Сочи ҡалаһында барған заман журналистикаһы форумында Рәсәйҙең Сит ил эштәре министры Сергей Лавров Башҡортостан журналисының Афғанстандағы хәлдәргә бәйле һорауына яуап бирҙе. Сочиға, "Рәсәй-2021" форумында ҡатнашҡан илдең төрлө төбәктәренән килгән күп һанлы журналистары менән аралашыу өсөн Сергей Лавров Минсктағы һөйләшеүҙәрҙән һуң тура килгән.
Министрға бик күп һорауҙар бирелде, улар – халыҡ-ара хәлдәргә, тышҡы һәм эске сәйәсәткә, коронавирус һәм вакцинацияға бәйлеләре булды, шәхси һорауҙар ҙа бирелде.
Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Сергей Лавровҡа Афғанстандағы хәлдәр тураһында һораны. "Талибан" (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) халыҡ-ара йәмәғәтселек тарафынан танылырмы? - тип тә һораны ул.
Вәдүт Исхаҡовтың һорауына яуап биреп, министр тәүҙә Өфөнө коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһы етештерелгән ҡала тип билдәләне.
Афғанстанға бәйләп, Сергей Лавров фекеренсә, был илдә йәшәгән барлыҡ этник төркөмдәрҙе сәйәси процеста берләштермәй тороп әлеге мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара йәмәғәтселектең ярҙамынан тыш та был проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Шуға күрә Сергей Лавров белдереүенсә, яҡын арала афған проблемаһы буйынса халыҡ-ара конференция үткәрергә йыйыналар.
Заман журналистикаһы форумы 25-се тапҡыр үтә. Уның эшендә ҡатнашыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән журналистар йыйыла. Шул иҫәптән Башҡортостандан да ҙур делегация әле унда эшләй.
Фото: Башинформ.