Йәмғиәт
12 Сентябрь 2021, 11:30

Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ!

Стәрлетамаҡта 275800 кеше йәшәй. Ул кеше һаны, сәнәғәт һәм мәҙәни потенциал буйынса Өфөнән һуң икенсе ҡала иҫәпләнә.

Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ!Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ!
Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ!

Кисә, 11 сентябрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһына 255 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрам сараларында ҡатнашты.

“Стәрлетамаҡ – беҙҙең иң матур һәм төҙөк ҡалаларыбыҙҙың береһе. Беҙ әле еңел булмаған коронавирус пандемияһы осорон үтәбеҙ. Бергәләп эпидемияны үткәреп ебәрербеҙ һәм республикала социаль-иҡтисади хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип ышанам. Стәрлетамаҡ бик тиҙ үҫешә, бында яңы парктар, скверҙар барлыҡҡа килә, йорттар һәм юлдар төҙөлә, иҡтисад үҫә. Рәсәй Президенты Владимир Путин республикаға ярҙам итте һәм беҙгә мөһим предприятие – “Башҡортостан сода компанияһы” өҫтөнән контролде ҡайтарҙы. Һәм бөгөн компания тауар сығарыу һәм килем буйынса рекордлы юғары күрһәткестәр бирә. “БСК”ның аҡсаһы күбәйҙе, тимәк яҡшы эштәр башҡарыу мөмкинлеге лә артты. Хәҙер компания ҡала тормошонда тағы ла әүҙемерәк ҡатнашасаҡ, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Бөтәгеҙгә лә именлек, һаулыҡ, яҡшылыҡ теләйем”, – тине Радий Хәбиров.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов белдереүенсә, ҡала үҙенең юбилейына яҡшы һөҙөмтәләр менән килде.

– Быйыл Стәрлетамаҡта 17 километр юлдар яңыртылды, өс яңы балалар баҡсаһы эшләй башланы, тағы берәү төҙөлә. Был йәш ғаиләләр өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Ҡала артабан да үҫешәсәк. Тыуған көнөң менән, Стәрлетамаҡ, – тине Владимир Куликов.

Ҡала башлығы ҡаланың үҫешенә ҙур өлөш индергән стәрлетамаҡтарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Мәҫәлән, 1-се балалар художество мәктәбе директоры Владимир Курбатов, ҡаланың ветерандар Советы рәйесе Тәлғәт Ғибәтов һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Хәкимов “Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ булды.

Ҡала көнө байрам концерты менән тамамланды. Стәрлетамаҡ халҡы алдында Дмитрий Харатьян, Асҡар Абдразаҡов, Зәйнетдин, Карина һәм Валерия сығыш яһаны.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына 1766 йылда Ашҡаҙар тоҙ пристане булараҡ нигеҙ һалынған, ә 1782 йылда императрица Екатерина II указы менән өйәҙ ҡалаһы статусын алған. Стәрлетамаҡта 275800 кеше йәшәй. Ул кеше һаны, сәнәғәт һәм мәҙәни потенциал буйынса Өфөнән һуң икенсе ҡала иҫәпләнә.

Бында бик ҙур химия һәм нефть химияһы предприятиелары бар. Улар араһында – “БСК”, “Синтез-Каучук”, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы бар. Тап ошо ҡаланы булдырған предприятиелар арҡаһында Стәрлетамаҡтың “ҙур химия” ҡалаһы тигән статусы бар. Машиналар һәм станоктар төҙөү тармағы “Красный пролетарий”, “Вагон ремонтлау завод”, “Строймаш заводы” һәм “Станкостроение” НПО предприятиелары менән тәҡдим ителгән. Бынан тыш ҡалала ҡеүәтле төҙөлөш индустрияһы һәм төҙөлөш материалдары предприятиелары эшләй. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтә лә алдынғылар рәтендә.

Стәрлетамаҡ Башҡортостан менән илдә иң йәшел һәм таҙа ҡала иҫәпләнә. 1997, 2002 һәм 2005 йылдарҙа “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында халыҡ һаны 100 меңдән ашыу ҡалалар араһында Стәрлетамаҡ икенсе урын яуланы. Ә 2006 һәм 2012 йылда Стәрлетамаҡ был абруйлы конкурстың еңеүсеһе булды.

Бында дуҫлыҡта һәм татыулыҡта 70-тән ашыу милләт кешеһе йәшәй һәм үҫешә.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас