

11 сентябрҙә Сочи ҡалаһында тантаналы рәүештә XXV юбилей “Бөтә Рәсәй – 2021” Заман журналистикаһы форумы асылды. Сара үҙ эсенә Арина Шарапова, Елена Меркачева һәм башҡа билдәле журналистар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтарын, “түңәрәк өҫтәлдәр”ҙе ала.
Форум сиктәрендә Ҡышҡы театрҙа “ТЭФИ-Мультимедиа” премияһы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Премия төрлө номинациялар буйынса журналистикалағы уңыштар өсөн тапшырыла – интервью, документаль фильм, ток-шоу һәм башҡалар. Сараны Дмитрий Дибров менән Яна Чурикова алып барҙы, ә еңеүселәргә статуэткаларҙы билдәле медиа-шәхестәр тапшырҙы. Улар араһында Рәсәй Сит ил эштәре министрығынының рәсми вәкиле Мария Захарова, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, радиожурналист Диана Берлин булды.
Сараны асыу тантанаһында музыкаль сәләм менән пианист Даниил Крамер һәм “Секрет” төркөмө ҡатнашыусыһы Максим Леонидов сығыш яһаны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда Башҡортостандан да журналистар командаһы ҡатнаша.
Автор: Евгений Соколов.