

Ейәнсура районында фажиғәле хәл теркәлә. Сәбәбе – көнләшеү, тиҙәр.
“Ейәнсура таңдары” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, оло йәштәге ир өйҙәш ҡатын менән низағлашып китә һәм уға мылтыҡ менән янай башлай. Тауышты ишетеп, күрше-тирәһе, ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе килә. Башлыҡ элекке участка оперуполномоченныйы була һәм был осраҡта янъялсы менән һөҙөмтәле һөйләшеп-килешә ала.
Мылтыҡлы ир берәүгә лә зыян килтермәй. Әммә зыяратҡа барып, ҡатынының һәм ҡыҙының ҡәберҙәре янында үҙ-үҙен атып үлтерә.
Хәл буйынса тикшереү бара, фажиғәгә килтергән сәбәптәр асыҡлана.
Фото: www.pwlcapital.com