Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 20:30

“Көҙгө йәрминкә” халыҡты бергә тупланы

Йәкшәмбе Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанда “Көҙгө йәрминкә” үткәргән.

“Көҙгө йәрминкә” халыҡты бергә тупланы

Йәкшәмбе Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанда “Көҙгө йәрминкә” үткәргән.

Спорт, күңел асыу, мәҙәни программала 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолған, юридик кәңәштәр бирелгән, “Сәләмәтлек” күсмә үҙәге һәм вакцинациялау пункты эшләгән. Килгән ҡунаҡтар араһында республика ЮХХДИ-һының элекке етәксеһе Динар Ғилметдинов булған. Ул һуңғы ике йылда ҡаланың үҙгәреүе хаҡында белдергән.

"Федераль проекттар һәм милли программалар ярҙамында Ишембайҙа юлдар ремонтлана, майҙандар, парктар үҙгәртеп ҡорола. Бөгөн кешеләргә барып ҡарар урын бар. Был ҡала үҫеше хаҡында һөйләй. Ишембай “Алға” йылдам иҡтисади үҫеш зонаһына ингән. Тимәк, бында инвестициялар йүнәлтеләсәк", - тип белдергән Динар Ғилметдинов.

Йәрминкәлә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлектәрен етештереүселәр халыҡҡа йәшелсә, ҡаймаҡ, һөт, икмәк-булка изделиелары тәҡдим иткән. Мәҫәлән, Артур Кашапов хуш еҫле бал һәм умартасылыҡ продукцияһын килтергән. "Эштә ҡыҫҡартыуға эләктем, мәшғүллек үҙәгенә барып иҫәпкә торҙом. Дәүләт ярҙамында хәҙер үҙ кәсебем менән шөғөлләнәм. Быйыл аҙ килемле эшһеҙ граждандарға адреслы социаль ярҙам – 250 мең һум аҡса – алдым. Был бүленгән суммаға яңы умарталар, кәрәкле ҡоролмалар һатып алдым - ҡасандыр өләсәйем һәм олатайым шөғөлләнгән ошо кәсеп оҡшай", - ти ул.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты Римма Үтәшева байрамға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашып, "Ишембай миңә һәр саҡ яҡын булды. Һуғыш йылдарында ҡайнымдың, иремдең атаһының, ғаиләһе ошонда йәшәгән. Бында билдәле табип, юғары уҡыу йортонда бергә уҡыған Леонид Кострыгиндың эшләүе менән дә ҡала ҡәҙерле. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш дауам итә. Был йәһәттән вакцинациялауҙың берҙән-бер юл икәне хаҡында йәнә иҫкәртәм", тигән.

Байрамда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары булдырылған. Шулай уҡ ҡул эштәре, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе эшләгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары ҡатнашҡан концерт сараның айырым бер биҙәгенә әйләнгән. “Юғары музыка көндәре” акцияһы барышында ишембайҙарға Асҡар Абдразаҡов, Иҙрис Ғәзиев, Дмитрий Харатьян һәм башҡа сәхнә оҫталары йыр-моң бүләк иткән.

Фото: Ирина Вахонина.

 

Автор:Айһылыу Низамова