Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 14:45

Махсус штаб эш башларға әҙерләнә

Ғаризаны Берҙәм колл-үҙәккә шылтыратып, ЕРКЦ һәм ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар офистарына мөрәжәғәт итеп, мэрия сайтындағы махсус биттә (“Ҡышҡы Өфө”) һәм телеграмм-ботта ҡалдырырға була.

Махсус штаб эш башларға әҙерләнә

Үткән аҙнала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә йылытыу миҙгеле барышында йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа “ҡышҡы мәсьәләләрҙе” контролдә тотоу өсөн махсус штаб булдырырға ҡушҡайны. Һәм бөгөнгө кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин был штабтың булдырылыуы, уның ниндәй эштәр менән шөғөлләнәсәге тураһында һөйләне.

– Штабтың төп бурысы – халыҡтың йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемалар буйынса мөрәжәғәттәренә ваҡытында яуап биреү. Уларҙы шунда уҡ хәл итер кәрәк, сөнки тупланһа, социаль көсөргәнешкә килтереүе ихтимал. Беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ, – тине Марат Ғәйфуллин.

Штаб халыҡтың мөрәжәғәттәрен бәйләнештең дүрт каналы аша аласаҡ. Шулай итеп заявканы Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы нигеҙендә эшләгән Берҙәм колл-үҙәккә 277-09-11 телефоны буйынса шылтыратып, ЕРКЦ һәм ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар офистарына мөрәжәғәт итеп, мэрия сайтындағы махсус биттә (“Ҡышҡы Өфө”) һәм телеграмм-ботта ҡалдырырға була.

Был каналдар аша алынған барлыҡ мөрәжәғәттәр Мөрәжәғәттәрҙең берҙәм реестрында теркәләсәк һәм тәртипкә килтереләсәк. Эш башланып торған мәлдә колл-үҙәктә 12 оператор эшләйәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, Өфө ҡалаһы хакимиәте кешеләр үҙҙәре килеп ялыу ҡалдыра алһын өсөн махсус бина бүлергә тейеш. Халыҡ ЕРКЦ-ларға ғына түгел, шул махсус урынға ла барыу мөмкинлегенә эйә булһын, тине ул.

– Һеҙҙең бурыс – проблеманы ваҡытында хәл итергә, ә кешеләр беҙҙе күрә алмай башлағас түгел, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: tass.ru

Автор:Альфия Мингалиева