Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 15:00

Подъездарҙағы сифатһыҙ ремонт хаҡында

Ике ай эсендә етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.

Подъездарҙағы сифатһыҙ ремонт хаҡында

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр подъездарҙы капиталь ремонтлау эше барышындағы етешһеҙлектәргә туҡталды. Бының өсөн ул Салауат, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы подъездарҙан бер нисә фотоһүрәт күрһәтте. Сифатһыҙ ремонт был һәм башҡа ҡалаларҙағы подъездарҙа 2019 һәм 2020 йылдарҙа башҡарылған. Фотоларҙан күренеүенсә, унда хәлдәр ҡурҡыныс.

– Ҡайһы бер муниципалитеттарҙы оятҡа ҡалдырмай булмай. Минең алда ошоноң кеүек “матурлыҡтан” торған йөҙ битлек ҡағыҙ ята. Контроль идаралығы быны Алан Марзаевҡа тапшырһын һәм тиҙ арала етешһеҙлектәрҙе төҙәтегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡайҙалыр эштәр сифатһыҙ башҡарылған, ҡайҙалыр арлы-бирле эшләнгән. 2019 йыл беҙ капиталь ремонт программаһын башлаған тәүге йыл ине. Ул саҡта коллегаларыбыҙҙың береһе эшен юғалтҡайны хатта. Хәлде тиҙ арала төҙәтегеҙ.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул даими рәүештә төрлө ҡалаларҙа булған саҡта подъездарға инеп сыға һәм хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп йөрөй.

– Ҡайҙа эштәр баштан уҡ һәйбәт башҡарылған, шунда ремонт йылдар буйы яҡшы хәлдә тора. Ә инде арлы-бирле еүеш штукатурка өҫтөнән буяп сыҡҡан урындар ошо фотоларҙа, – тине ул.

Төбәк етәксеһе етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса башҡарылған эштәр тураһында ике айҙан – ноябрҙә тулы отчет бирергә ҡушты.

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан. 

Автор:Альфия Мингалиева