Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 22:00

Төҙөкләндереү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала

Республикаға идара итеү үҙәге үткән аҙнала ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр нисбәте менән таныштырҙы. Тулыраҡ - видеояҙмала.

Төҙөкләндереү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала

Үткән аҙнала, 6 - 12 сентябрь арауығында, Республикаға идара итеү үҙәге 2329 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Шуларҙың 1896-һы – “Инцидент-менеджмент”, 433-ө Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителгән.

Унан алдағы аҙнала 3003 мөрәжәғәт эшкәртелгән. Былтырғы йылдың шул осоронда – 1217.

Икенсе аҙна рәттән беренсе урынға төҙөкләндереү мәсьәләһе сыға (521 хәбәр, алдағы аҙна менән сағыштырғанда 403-кә аҙыраҡ). Икенсе урында – COVID-19-ға ҡаршы вакцинация (446, -81), юлдар темаһы – өсөнсө урында (249, -71). Торлаҡ коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар ҙа элеккесә көнүҙәк булып ҡала (232, +58).

Уҡыу йылы башланыу менән мәғарифҡа бәйле һорауҙар артҡан: улар бишенсе баҫҡысты биләй. Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан ошо өлкәгә бәйле 195 мөрәжәғәт ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан тәҡдим ителгән видеола.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова