

“Хыялланыусылар” ҡәһүәханаһында брейншторм тәртибендә Башҡортостан йәштәре яңы киңлек – Башҡортостандың Йәштәр һәм ирекмәндәр йортоноң ниндәй булырға тейешлеге тураһында фекер алышты.
Баш ҡаланың Пушкин урамында урынлашҡан бина әүҙем йәштәрҙе, йәштәр ойошмаларын һәм ирекмәндәр берләшмәләрен йәлеп иткән үҙәккә әүереләсәк. Ҡәһүәханалағы осрашыуға теләге булған һәр кем килеп, идеяларын тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, был урын ысын мәғәнәһендә ирекле һәм йәштәр өсөн асыҡ булырға, коворкинг, лаунж зоналары, эш киңлектәре ойошторолорға, ҡыҙыҡлы арт-объекттар булырға тейеш.
– Яңы урын концепцияһын төҙөгәндә йәштәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алыу, шул уҡ ваҡытта тарихты ла һаҡлап ҡалыу мөһим. Бинаға ниндәй атама бирергә, уны нимә менән тулыландырырға, йәштәрҙе ылыҡтырыу, ижад үҙәген нисек ойошторорға – әлеге осрашыуҙа ошо мәсьәләләрҙең барыһын да тикшерҙек, – тине Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук.
Йәштәр йорто атамаһы һәм уны төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр ведомство тарафынан 15 сентябргә тиклем социаль селтәрҙә ҡабул ителә.
Фото: molodez.bashkortostan.ru/presscenter/news/