Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 14:15

Йылытыу миҙгеленең ҡасан башланыры асыҡланды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров министрҙың тәҡдимен хупланы. 

Йылытыу миҙгеленең ҡасан башланыры асыҡланды

Эҫе йәйҙән һуң сентябрь ҡапыл һалҡын көндәре һәм ямғырҙары менән башланды. Ҡалаларҙа фатирҙа йәшәгән кешеләр өшөй башланы. Шуға күрә күптәрҙе республикала ҡасан йылы бирелер тигән һорау борсой. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был һорауға яуап яңғыраны.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышы тураһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һөйләне. Уның белдереүенсә, был аҙнала уҡ социаль объекттарға йылы бирә башлауҙары ихтимал. Уларҙан һуң ул күп фатирлы йорттарға биреләсәк.

– Яҡынса йылытыу миҙгеле 16 сентябрҙән башланыуы мөмкин. Синоптиктар күҙаллауы буйынса, 20-22 сентябрҙә төбәктә һалҡын көндәр башланасаҡ. Әгәр биш көн рәттән уртаса һауа температураһы 8 градустан түбәнерәк булһа, ҡануниәткә ярашлы, йылы бирә башларға була, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡарарҙы хупланы. Район һәм ҡалалар был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирһен һәм барыһын да ваҡытында эшләһен тине.

Фото: om1.ru

Автор:Альфия Мингалиева