Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь , 18:30

Зөфәр Иҙрисовты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

"Йүнселдәргә киләсәктә лә ярҙам буласаҡ, эшләһендәр генә".

Зөфәр Иҙрисовты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов тыуған көнөн билдәләне. Күркәм юбилейы менән ҡотлап, Зөфәр Йәүҙәт улына һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Ул социаль селтәрҙә даими яҙыша, бер тармаҡты ла ситтә ҡалдырмай.

"Район иҡтисады үҫешенә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре лә ҙур өлөш индерә, – тип яҙған Зөфәр Йәүҙәт улы. – Ауырғазы районында 650 бәләкәй эшҡыуар алып барыусы теркәлгән. Был райондағы иҡтисад тармағына бәйле халыҡтың өстән бер өлөшө тигән һүҙ".

Зөфәр Иҙрисов белдереүенсә, йүнселдәргә киләсәктә лә ярҙам буласаҡ, эшләһендәр генә.

Фото: аургазы-жкх.рф.

Автор:Илдар Акьюлов