Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 09:29

Алты миллион һумлыҡ гранттар оттолар

Фото:molodez.bashkortostan.ru

Ҡырым Республикаһында үҙ эшен илдең төп ижади майҙансығы – “Таврида. АРТ” фестивале тамамланы. Ул Капсель бухтаһында 8 сентябрҙә башланғайны.

 Быйыл “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә “Таврида.АРТ” саралары илдең төрлө төбәктәренән биш меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ижади йәштәр араһында артистар, рәссамдар, сценаристар, режиссерҙар – кино индустрияһы һәм масс-медиа тармағы менән бәйле кешеләр булды. Быйыл ижади һөнәрҙәр вәкилдәре менән бергә фестивалдә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы финалсылары, “Ҙур тәнәфес” проекты һәм Дәүләт идаралығының Юғары мәктәбе кадрҙар резервы программаһын тамамлаусылар ҙа ҡатнашты.

Фестиваль программаһы бик бай булды, унда күп һанлы ижади майҙансыҡтар, воркшоптар эшләне, эксперттар менән осрашыуҙар һәм Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы булды.

Үҙ идеяларын үҫтереү өсөн Башҡортостандан 8 проект 6035000 һумлыҡ грант отто.

Барлығы конкурс сиктәрендә грант аҡсаһын биреү өсөн 42360000 һумлыҡ 67 проект тәҡдим ителгәйне.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.