Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 09:26

Һамарҙа – башҡорт ихатаһы

Ял көнө Һамар өлкәһе Куйбышев районының иң матур урынында “Халыҡтар дуҫлығы паркы” этнография комплексын асыу тантанаһы булды. Комплекс биләмәһендә 20 милли ихатанан тыш, ғаилә ялы өсөн парк зонаһы, ҙур мәҙәни саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ, сувенирҙар һәм милли ризыҡтар һатылған сауҙа зонаһы бар.

 Милли йорттар губернияның һәм башҡа төбәктәрҙең төрлө мөйөштәренән килтерелгән теге йәки был халыҡтың көнкүреше, йолалары, мәҙәниәте тураһында һөйләгән экспонаттар менән тулыландырылған. Унда тиҫтә йылдар, хатта быуаттар буйы ғаилә­ләрҙә һаҡланған әйберҙәр ҙә, йолаларға ярашлылары ла бар. Һәр экспонат тураһында аныҡ мәғлүмәт буласаҡ.

Милли йорттар традицион ысул менән төҙөлгән, төҙөлөш өсөн ағас һәм таштар был халыҡтарҙың тарихи йәшәгән урынынан килтерел­гән. Барыһы ла нисек бар шулай итеп эшләнгән, бар тәртиптәр иҫәпкә алынған.

Һәр милли йортҡа ингән урында “Алтын китап” ятасаҡ, бында был халыҡ тураһында бар мәғлүмәт буласаҡ. Этномәҙәни комплекс проекты авторҙары йолаларға иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта заман технологияларына ла битараф түгел. Бында махсус интерактив таҡталар ҡуйылған. Уларҙа QR-код ҡулланып, төрлө халыҡтарҙың музыкаль һәм әҙәби ижады менән танышырға була.

20 милли йорт һәм ихатанан торған үҙенсәлекле архитектур ансамбль 12 гектар ерҙә урынлаш­ҡан, ул Һамар өлкәһе халыҡтары мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн сағылдыра.

Әле паркта башҡорт, рус, татар, сыуаш, мордва, украин, белорус, ҡаҙаҡ, осетин, немец, йәһүд, азербайжан, тажик, төркмән, ҡырғыҙ, үзбәк, грузин, әрмән, дағстан йорттары, шулай уҡ фин-уғыр йорто бар.

Биләмәләр тигеҙ бүленгән, биналар бер иш майҙанда (50-60 квадрат метр), ихаталары 500 квадрат метрҙа урынлашҡан. Йорттар тышҡы йөҙө лә, эске биҙәлеше менән дә айырыла. Төҙөлөш этнографтар һәм архитекторҙар тәҡдимдәре, милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып башҡарылған. Һәр ихатала шул халыҡҡа хас хужалыҡ биналары ла бар.

Был матур сарала Башҡорт­остан вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Сәләмләү телмәре менән мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сығыш яһаны. Шулай уҡ сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкил­дәре һәм Ғафури районының тарихи-мәҙәни үҙәге ҡатнаша.

 

Ә. ИЛДУСОВА.