Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 22:30

Арала көнәркәшлек көсәйәсәк

“Бөтә Рәсәй-2021” журналистар форумында бөгөн ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Арала көнәркәшлек көсәйәсәк

ХХV “Бөтә Рәсәй-2021” журналистар форумы программаһын Рәсәй Журналистар союзы конкурсы еңеүселәренең оҫталыҡ кластары, медиауйын, китаптарҙың исем туйы һәм киң мәғлүмәт саралары эшенең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләшеү дауам итте.

“Тексҡа ҡаршы - видео” мәғлүмәт форумының спикерҙары телеканалдар вәкилдәре һәм блогерҙар булды. Улар тексҡа ҡарағанда видеоконтенттың өҫтөнлөктәре, аудитория иғтибарын йәлеп итеү һәм Tik Tok өсөн видеолар эшләү нескәлектәре хаҡында һөйләште. Медиайыйын барышында клиптар конкурсы ойошторолдо. Унда ҡатнашҡандар дөйөм формула буйынса социаль селтәрҙәр өсөн видеолар төшөрҙө: иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн - өс секунд, иғтибарҙы тотоу өсөн - ете секунд, һөҙөмтәлә - ун секундлыҡ контент.

Телевидение һәм төрлө платформаларҙағы күп һанлы видеоресурстар араһында көнәркәшлек көсәйәсәк, тип иҫәпләй “Ютуб һәм ТВ. Иртәгәлеккә теҙмә” секцияһында ҡатнашҡан белгестәр. Мәскәү дәүләт университетының Юғары телевидение мәктәбе деканы Виталий Третьяковтың фекеренсә, видеоблогерҙар бөгөн ҙур ихтыяж менән файҙаланылған контент иҫәбенә популярлыҡ яулай һәм уларға ҡаршылыҡ юҡ. Видеоблогер Евгений Супер, хайп тематикаһы - видеоблогерҙар контентының бер өлөшө генә, тип иҫәпләй. Сығыш яһағандарҙың байтағы Ютуб уйындары ҡағиҙәләренең үтә күренмәүсәнлеген билдәләне. Рәсәй Журналистар союзының 2020 йылда иң яҡшы журналист әҫәренә конкурсы еңеүселәре “сифат билдәһе” менән билдәләнгән мәҡәләләрҙең һәм видеосюжеттарҙың нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Рәсәй Журналистар союзы секретары Владимир Касютиндың билдәләүенсә, һөнәри конкурста ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Быйыл тәҡдим ителгәндәр араһынан жюри иң яҡшы унауҙы һайлап алған.

Тиражды нисек һаҡлап ҡалырға? Күп мөхәррирҙәрҙе борсоған был һорауға үҙ оҫталыҡ класында “Киске Мәскәү” гәзите баш мөхәррире Александр Куприянов яуап бирҙе: “Контентты нисек ҡапҡа һалыу тураһында даими уйларға кәрәк. Видеоконтент менән оперативлыҡта ярышыуҙан файҙа юҡ – тауыш һәм картинкалар һәр осраҡта үтеп китәсәк, ҡыҙыҡлы, ентекле әйберҙәрҙе бирергә тейешбеҙ”.

Фото: Лариса Шепелева.

Автор:Айһылыу Низамова