

Өфөлә 49 йәшлек ҡатындың 19-сы ҡаттан ҡолап үҙен һәләк иткәне тураһында яҙғайныҡ. Баш ҡалала шуға оҡшаш хәл ҡабатланған: Әй урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенән көпә-көндөҙ 55 йәшлек ҡатын һикергән.
Шаһиттарҙың һөйләүенсә, ҡатынды был аҙымынан дүндерергә маташҡандар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тотоп ҡала алмағандар.
Фажиғә урынына "Ашығыс ярҙам", полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә, тик уларға ҡатындың үлемен дәлилләүҙән башҡа сара ҡалмай. Әлеге ваҡытта кешене был хәлгә еткергән сәбәптәрҙе асыҡлау өҫтөндә тәфтишселәр эшләй.
Фото: twitter