Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2021, 22:00

Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы

19 сентябрь – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурс бара. Бер аҙна дауамында республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле урман хужалыҡтары директорҙары “ИҢ ЯҠШЫ УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ЕТӘКСЕҺЕ” исеме өсөн көрәшә. Улар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтәбеҙ.

Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы

19 сентябрь – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурс бара. Бер аҙна дауамында республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле урман хужалыҡтары директорҙары “ИҢ ЯҠШЫ УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ЕТӘКСЕҺЕ” исеме өсөн көрәшә. Улар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтәбеҙ.

Рәфис Риф улы Шәрипов 1978 йылда Учалы районының Иманғол ауылында тыуған. Учалы музыка училищеһын, Өфө урман хужалығы техникумын, Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын тамамлаған. Был тармаҡҡа эшкә 2006 йылда килә һәм ябай мастерҙан алып директор вазифаһына тиклем үрләй. 2012 йылдан Ҡананикольск урман хужалығы етәксеһе булып эшләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн өс тапҡыр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы, 2020 йылда Федераль Урман хужалығы агентлығының грамотаһы менән наградланған.

Зариф Тәфтизан улы Абдуллин 1972 йылда Әбйәлил районының Ҡужан ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын “Ленин юлы” колхозының хужалыҡ-ара урман хужалығында урмансы булып башлай. 2000 йылда Әбйәлил ауылы урман хужалығына баш урмансы итеп тәғәйенләнә. Һуңынан райондың урман хужалығы тармағында етәксе вазифаларҙа эшләй. 2015 йылдан Әбйәлил урман хужалығы директоры итеп тәғәйенләнә. “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

Азамат Вәзир улы Нурғәлин 1982 йылда Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында тыуған. Ырымбур өлкәһендә ике һөнәри училищены, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Әлеге тармаҡта 2013 йылдан эшләй. Ябай водитель, урман мастеры, участка мастеры, директор урынбаҫары, 2017 йылдан Нуриман урман хужалығы директоры вазифаһын башҡара. Өлкәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.   

Рөстәм Әлфис улы Ғәлләмов 1970 йылда Благовар районының Языков ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Тармаҡта 2001 йылдан эшләй – Йәнлектәр донъяһын һәм айырым һаҡланған биләмәләрҙе һаҡлау буйынса идаралыҡ директоры, ә 2005 йылдан – Өфө урман хужалығы директоры. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. 2019 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. 

Фидрат Хәдит улы Яҡупов 1960 йылда Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуған. Өфө урман хужалығы техникумын, Урал урман-техник институтының урман хужалығы факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1980 йылда Күгәрсен питомнигы бригадиры булып башлай. 1987 йылда Илеш урмансылығы лесничийы итеп тәғәйенләнә. Ә 2007 йылдан Илеш урман хужалығы директоры булып эшләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1996 йылда “Рәсәй урман байлыҡтарын һаҡлаған һәм арттырған өсөн” билдәһе менән бүләкләнә, 2012 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Шулай уҡ быйыл “Атайсал” проектында еңгән.

Вәлимә Харун ҡыҙы Ноғоманова 1959 йылда Салауат районының Илсекәй ауылында тыуған. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағас, 1980 йылда Балаҡатай механизацияланған урман хужалығында эш башлай. Ситтә тороп Урал урман-техник институтын тамамлай. Балаҡатай урман хужалығының баш лесничийы, Балаҡатай һәм Мәсетле райондары буйынса Йүкәтау бүлеге начальнигы, Балаҡатай урмансылығы лесничийы, Балаҡатай урмансылығы етәксеһе, ә 2015 йылдан Балаҡатай урман хужалығы директоры булып эшләй. Ун йылдан ашыу Балаҡатай урман хужалығы эшселәре профсоюз ойошмаһына етәкселек итә. 2009 йылда "Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Айвар Фәүзән улы Хәмәҙиев 1964 йылда Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуған. Өфө урман хужалығы техникумын, Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1987 йылда Инйәр урман хужалығы берлегендә урмансы ярҙамсыһы булып башлай. Шулай уҡ Инйәр леспромхозы директоры, Инйәр урман хужалығы урмансыһы һәм башҡа вазифаларҙы атҡара. 2019 йылда Инйәр урман хужалығы директоры итеп тәғәйенләнә. 2010 йылда  Федераль Урман хужалығы агентлығының Почет грамотаһы менән наградлана.

Ғәлиулла Шәйехмулла улы Ғабсамов 1951 йылда Ҡалтасы районының Иҫке Аткүл ауылында тыуған (хәҙер Краснокама районы). Нефтекама ҡалаһының 47-се техник училищеһын, Сарапуль механика техникумын, Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын тамамлаған. Тармаҡҡа 1978 йылда килгән – баш инженер-механик булып. 1992 йылда “Ҡалтасы урманы” учреждениеһы директоры вазифаһына тәғәйенләнә һәм бөгөнгәсә алыштырғыһыҙ етәксе булып ҡала. Тармаҡҡа 43 йыл ғүмерен бағышлаған етәксе фиҙакәр хеҙмәте өсөн күп дәүләт наградаһына лайыҡ була, Ҡалтасы районының почетлы гражданы, “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтә. “Рәсәй урман байлыҡтарын һаҡлаған һәм арттырған өсөн” билдәһе менән наградланған. 

Рәүф Ниғәмәтулла улы Ғафаров 1964 йылда Ҡариҙел районының Яңы Берҙәш ауылында тыуған. Өфө урман хужалығы техникумын, Урал урман-техник институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1986 йылда Ҡариҙел районында урман хужалығы урмансыһы ярҙамсыһы булып башлай. Ете йыл һалым инспекцияһында урман килемен тикшереү буйынса инспектор була. 2008 йылдан Ҡариҙел ауыл урмансылығының баш лесничийы, ошо уҡ йылда Ҡариҙел урман хужалығы директоры итеп тәғәйенләнә. 2017 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Салауат Ғиззәт улы Сәғитов 1975 йылда Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетын тамамлаған. Алты йыл ер төҙөүсе, “Газ-строй” предприятиеһында проект хеҙмәте начальнигы булып эшләй. 2015 йылдан Ейәнсура урман хужалығының етештереү бүлеге начальнигы булып хеҙмәт юлын дауам итә, ә 2017 йылдан Ейәнсура урман хужалығы директоры итеп тәғәйенләнә. Яҡташтары уны булдыҡлы етәксе тип маҡтап телгә ала.

Фото: конкурсанттарҙың ғаилә архивынан.

Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Барыһы ла - үҙ эшенең оҫтаһы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: