Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 09:19

Беҙҙекеләр – Сочиҙа!

Ошо көндәрҙә Сочи ҡалаһында XXV “Бөтә Рәсәй-2021” хәҙерге заман журналистика форумы бара. Унда Башҡортостан вәкил­дәре лә ҡатнаша. Делегация составында республика­быҙҙың гәзит һәм журналдары, ҡала-район баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәр бар.

Форумдың тәүге көндәрендә “Медиала трендтар” тигән киңәйтелгән һөйләшеү булды. Уны Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный алып барҙы. Семинарҙа һанлы эшмәкәрлеккә күсеү, социаль селтәр, киң мәғлүмәт сараларын үҫте­реү һәм башҡа һорауҙар ҡуҙғатылды.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәр­рире Лариса Абдуллина фекер алышыу барышында журналистикала балаларҙы тәрбиәләү темаһын күтәреп сыҡты. Миҫал итеп баш­ҡортса нәшер ителгән “Аҡбуҙат” журналын килтерҙе. Роман Серебряный, баш­ҡорт балалар журналистика­һының ынтылыштарын юғары баһалап, замансалыҡҡа ынтылырға, уҡыусы­ларҙа даими рәүештә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып торорға саҡырҙы.

11 сентябрҙә тантаналы рәүештә XXV “Бөтә Рәсәй-2021” хәҙерге заман журналистикаһы форумы асылды. Сара үҙ эсенә Арина Шарапова, Елена Меркачева һәм башҡа билдәле журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡ­тарын, түңәрәк өҫтәлдәрҙе ала.

Форум сиктәрендә Ҡышҡы театрҙа “ТЭФИ-Мультимедиа” премияһы ме­нән бүләкләү тантанаһы үтте. Премия төрлө номинациялар буйынса журна­листикалағы уңыштар өсөн тапшыры­ла – интервью, документаль фильм, ток-шоу һәм башҡалар. Сараны Дмитрий Дибров менән Яна Чурикова алып барҙы, ә еңеүселәргә статуэткаларҙы билдәле медиа-шәхестәр тапшырҙы. Улар араһында Рәсәй Сит ил эштәре министрлы­ғының рәсми вәкиле Мария Захарова, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, радиожурналист Диана Берлин булды.

Сараны асыу тантанаһында музыкаль сәләм менән пианист Даниил Крамер һәм “Секрет” төркөмө ҡатна­шыу­сыһы Максим Леонидов сығыш яһаны.

Форум эшендә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров та ҡатнашты һәм Башҡортостан журна­лисының Афғанстандағы хәлдәргә бәйле һорауына яуап бирҙе. Сочиға, “Рәсәй-2021” форумында ҡатнашҡан илдең төрлө төбәктәренән килгән күп һанлы журналистар менән аралашыу өсөн Сергей Лавров Минсктағы һөйләшеүҙәрҙән һуң тура килгән.

Министрға бик күп һорауҙар бирелде, улар халыҡ-ара хәлдәргә, тышҡы һәм эске сәйәсәткә, коронавирус һәм вакцинацияға бәйле булды, шәхси һорауҙар ҙа бирелде.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Сергей Лавровтан Афғанстандағы хәлдәр тураһында һораны. “Талибан халыҡ-ара йәмәғәтселек тарафынан танылырмы?” – тип тә һораны ул.

Вәдүт Исхаҡовтың һорауына яуап биреп, министр тәүҙә Өфөнө коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһы етештерелгән ҡала тип билдәләне.

Афғанстанға бәйләп, Сергей Лавров фекеренсә, был илдә йәшәгән барлыҡ этник төркөмдәрҙе сәйәси процеста берләштермәй тороп әлеге мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ.

Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара йәмәғәт­селектең ярҙамынан тыш та был проб­леманы хәл итеү мөмкин түгел. Шуға күрә, Сергей Лавров белде­реүенсә, яҡын арала афған проблемаһы буйынса халыҡ-ара конференция үткәрергә йыйыналар.

Заман журналистикаһы форумында йәнә бер матур яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостан Журналистар союзы Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәк ойошмаһы иҫәбенә инде. Ошо айҡанлы уның рәйесе Вәдүт Исха­ҡовты Рәсәй Журналистар союзы рә­йесе Владимир Соловьёв шәхсән ҡот­ланы. Рейтингты төҙөгәндә уҙғарыл­ған саралар һаны, берекмәгә яңы ағзалар ҡабул итеү, медиаәүҙемлек, сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү кимәле баһаланды.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.