Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 12:00

“Иремдең Себерҙә ғаиләһе бар”

Был хәл 1 сентябрҙә билдәле булды. Фотола – ирем, ниндәйҙер ят ҡатын һәм мәктәп кейемендәге ҡыҙ бала...

“Иремдең Себерҙә ғаиләһе бар”

“Бик ҡыйын хәлдә ҡалдым. Донъям емерелеп, аяҡ аҫтында ер убылып барғандай. Шул тиклем ауыр хәбәр еткерҙеләр: иремдең Себерҙә тағы бер ғаиләһе бар икән.

Был хаҡта бер нисә йылдар буйы белмәй йәшәп ятҡанмын. Әммә беҙ ҡапсыҡта ятамы һуң инде?..

1 сентябрь көнө күптән инде Себерҙең бер ҡалаһына күсеп, шундағы мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән танышым ватсап аша фото ебәрҙе. Фотола – ирем, ниндәйҙер ят ҡатын һәм мәктәп кейемендәге ҡыҙ бала. Башта ышанманым. Теге танышыма шылтыраттым. “Әллә ни эшләп төшөрөп ебәрҙем шул. Иреңде шул ҡатын менән күргәс, етмәһә, бергәләп ҡыҙҙарын мәктәпкә алып килгәстәр, йәнем көйөп, ипләп кенә фотоға төшөрөп, һиңә һалғайным. Әле үкенәм. Ғәфү ит инде...” – тине.

Унан инде иремә шылтыратып, мөнәсәбәт асыҡларға уйланым да туҡтап ҡалдым. Теге фотоны ғына ебәрҙем һәм өс һорау билдәһе ҡуйҙым. Көнө буйы шылтыратыу көтөп, хәлем бөттө, баш сатнаны.

Кискеһен шылтыратты. Тауышы ҡалтырабыраҡ сыға, ыҡ-мыҡ итте лә, дөрөҫөн һөйләп бирҙе. Ысынлап та, ҡыҙы үҫә икән. Быйыл 1-се класҡа барған. Августың 20-һендә ҡайтырға тейеш булһа ла, ҡайтмайынса, тағы бер вахта эшләйем, тигәйне. Шул балаһын мәктәпкә алып барыу өсөн ҡалған булып сыға инде.

Илап та, ярһып та бөттөм, әйтмәгән һүҙем ҡалманы. “Мин һине лә, балаларымды ла ташларға йыйынмайым, һеҙ минең өсөн һәр ваҡыт иң яҡындарым, тик ҡыҙыма ла ярҙам итергә тейешмен, уның ғәйебе юҡ”, - тине. “Айырылышабыҙ!” – тип өҙә һуҡтым.

Ғаиләбеҙҙә өс малай үҫә. Өлкәне – студент, икәүһе 8-се һәм 11-се кластарҙа уҡый. Улар бер нәмә лә белмәй әлегә. Әсәйем “айырылам” тигән һүҙемде ишетергә лә теләмәй. “Кейәүҙең был ҡылығын аҡламайым, әммә яманлап та һүҙ әйтә алмайым. Балаларҙы уйла. Кейәү һине ҡаҡмай, һуҡмай, тормошоң етеш”, - тип үҙенекен һөйләй.

Тиҙҙән, 20 сентябрь тирәһендә, ирем вахтанан ҡайтасаҡ. Уны нисек итеп ҡаршы алырға тейешмен? Кисерә алырмынмы? Ғөмүмән, хыянатты кисерергә кәрәкме? Уйҙарымдан уйылып китмәле хәлдәмен, ашағаным – аш, йоҡом йоҡо түгел. Һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ был осраҡта?

Рәсилә.

Б. районы”.

Фото: news.myseldon.com

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова