Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 23:15

Студенттар өсөн - коррупцияға ҡаршы диктант

"Белемде һынап ҡарау һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең яңы аспекттарын билдәләү өсөн яҡшы алым", тип баһалаған йәштәр.

Студенттар өсөн - коррупцияға ҡаршы диктант

Бөгөн Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе БДУ-ның Хоҡуҡ институты менән берлектә ошо юғары уҡыу йорто студенттары өсөн коррупцияға ҡаршы диктант үткәргән.

Сараны башлар алдынан бүлексә рәйесе Ирина Панькина менән институт директоры Руслан Зәйнуллин буласаҡ юристарға бағышлап һүҙ әйткән. "Коррупцияға ҡаршы Бөтә Рәсәй диктанты" проектының авторы, шулай уҡ етәксеһе Эльси Золаев – юридик фәндәр кандидаты, "Рәсәй лидерҙары-2020" ярымфиналисы, Рус-азиат сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты кәңәшсеһе. Ул да студенттар алдында сығыш яһаған, диктантты үткәргән һәм "Рәсәй Федерацияһында коррупцияға ҡаршы тороуҙың нигеҙҙҙәре тураһында" тигән темаға лекция уҡыған.

Диктантта 50 студент ҡатнашҡан. Йәштәр уны белемде һынап ҡарау һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең яңы аспекттарын билдәләү өсөн яҡшы алым тип билдәләгән.

Диктант тамамланғас, студенттар лекторға һорауҙар биргән, дәррәү фекер алышыу булған. Проект хоҡуҡи белемде арттырыу һәм коррупцияға ҡаршы аң формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Фото: БДУ сайты.

Автор:Равиля Гатауллина