

"Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Өфөнөң Спорт һарайы майҙанында ауыл хужалығы тауарҙарынан торған “Файҙалы йәрминкә” ойошторҙо.
"Алтын көҙ мәлендә һәм тап бөгөн бында йәрминкә тиккә уҙғарылманы, – ти улар. – Халыҡ эштән ҡайтышлай үҙенә кәрәк-яраҡты һатып ала, аҙаҡтан магазинға сығыу кәрәкмәй. Кешеләр оҙайлы ҡышҡа аҙыҡ запасын күпләп туплаһын тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Бында медицина тикшеренеүе үтергә лә мөмкин".
Йәрминкәгә республикабыҙ райондарының уңған фермерҙары ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек килтергәйне. Мәҫәлән, Лилиә менән Владимир Александровтар Өфө районының Ҡамышлы ауылында йәшәй, 20 сутый ерҙәрендә нимә генә үҫтермәйҙәр! Бөгөн улар картуф, кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡты күпләп алып килгән, хаҡтары ла арзан.
"Картуфтың бер килоһын 30 һум менән һатабыҙ, – ти уңғандар. – Кишер – 40, ҡыяр – 50, помидор – 100, һарымһаҡ - 300 һум".
Борай районының Салҡаҡ ауылынан килгән Айҙар Ғәләүетдинов миндек менән кәсеп итә, өҫтәүенә төрлө дарыу үләндәре лә алып килгән.
Белорет районының Йөйәк ауылынан Ирина Макарова белдереүенсә, өфөләр балды айырыуса ярата, һәр төрлөһөн сират тороп ала.
Йәрминкәлә концерт күрһәтелде, теләгәндәр медицина тикшеренеүе үтте, балаларға уйындар ойошторолдо.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.