Йәмғиәт
15 Сентябрь 2021, 16:15

Баймаҡтар һайлауға әҙер

Участка һайлау комиссиялары ағзалары был йәһәттән нимә тип белдерҙе?

Баймаҡ ҡалаһының 999-сы һайлау участкаһы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы бинаһында урынлашҡан. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Илшат Аҡбулатов белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата бында 1824 һайлаусы теркәлгән. 28 кеше беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк.

"Һайлау көнөнә беҙ тулыһынса әҙер, - ти 999-сы һайлау участкаһы секретары Сәлимә Исхаҡова. - Антисептиктар, халаттар, битлектәр, бирсәткәләр, ручкалар алынған. Комиссия ағзалары алдына махсус экрандар ҡуйыласаҡ".

Ҡаланың 1001-се һайлау участкаһы ла сараға күптән әҙер, ул Баймаҡтың 1-се мәктәбендә урынлашҡан. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Илшат Хисмәтуллин хәбәр итеүенсә, бөгөнгә ҡарата унда 2527 һайлаусы теркәлгән. Комиссияла 13 ағза эшләй.

Билдәле булыуынса, коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү маҡсатында һайлау өс көн дауамында үтәсәк.

Фото: Лилиә Таҡаева.

Баймаҡтар һайлауға әҙер
Баймаҡтар һайлауға әҙер
Автор:Карима Усманова
Читайте нас