Йәмғиәт
15 Сентябрь 2021, 18:45

Биҫтә тормошона яңы һулыш өҫтәне

Бөгөн баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан “Беренсе май” паркына 30 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрамға йыйылды.

Биҫтә тормошона яңы һулыш өҫтәнеБиҫтә тормошона яңы һулыш өҫтәне
Биҫтә тормошона яңы һулыш өҫтәне

Бөгөн баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан “Беренсе май” паркына 30 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрамға йыйылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков ҡатнашты. Улар паркты ҡарап сыҡты, халыҡ менән аралашты. 

“Моторҙар эшләүсе” мәҙәниәт йорто алдында “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған концерт үтте. Радий Хәбиров өфөләргә әлеге ауыр ваҡытта сыҙамлылыҡ күрһәткәндәре, ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Беҙ бик ҡатмарлы мәлдәрҙе кисерәбеҙ: коронавирус менән көрәшәбеҙ, социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итәбеҙ. Иң мөһиме - ошо ауыр ваҡытта бер-беребеҙҙе ишетеп, аңлашып йәшәйбеҙ. Барыбыҙ ҙа һау булайыҡ, донъялар имен торһон, йорттарығыҙға бәрәкәт теләйем", - тине Радий Фәрит улы.

Ҡала халҡын шулай уҡ Эльвира Айытҡолова, Павел Качкаев, Рөстәм Әхмәҙинуров, Рафаэль Мәрҙәншин сәләмләне.

Утыҙ йыллыҡ тарихы булған парк күптән төҙөкләндереүгә мохтаж ине. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Былтыр иһә парк төҙөкләндереүгә ябылды һәм йыл дауамында ете гектар майҙанлыҡ биләмәлә ҙур эштәр барҙы. Был хеҙмәттәрҙең дөйөм суммаһы 724,7 миллион һум тәшкил итте.

Яңыртылған паркта элекке һуҡмаҡтар, тарихи урындар һаҡланған. Мәҫәлән, был урындың йөҙөк ҡашы булған боронғо быуа таҙартылып, тәрәнәйтелеп, эргәһендә амфитеатр һәм концерт майҙансығы булдырылған. Быуаның ҡап уртаһында сағыу фонтан да эшләнгән.

Паркта балалар майҙансығы күҙҙе ҡамаштыра. Бәләкәстәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн йомшаҡ резина ҡатлам ҡулланылған, заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Ҡала халҡының теләген иҫәпкә алып, “Сәләмәтлек һуҡмағы” эшләнгән, велосипедсылар өсөн махсус юлдар ҙа бар.

Бөгөнгө сарала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин сығыш яһаны, концерт тамамланғас, салют булды.

Алмас ӘНҮӘРОВ:
- Ғаиләм менән былтыр ғына ошо парк эргәһенән фатир алдыҡ. Ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Балалар менән сығырға, велосипедта йөрөргә, ҡапҡылап алырға урын бар хәҙер. Шундай уңайлы. Иң мөһиме - бәләкәс баланан алып оло йәштәге кешеләр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Парк – беҙҙең ғаиләнең яратҡан урыны.

Елена ВОРОБЬЕВА:

- “Таҙа Өфө” экологик проекты етәксеһе, шулай уҡ ошо районда оҙаҡ йылдар йәшәгән кеше булараҡ, паркты төҙөкләндергәндәргә ҙур рәхмәт әйтәм. Былтыр “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында бында ағастар ултырттыҡ. Беҙҙең ойошма иғлан иткән пластик шешә ҡапҡастарын йыйыу өсөн ҙур йөрәк тә тәүгеләрҙән булып ошо паркта ҡуйылды. Халыҡ бында ҡапҡастарҙы ихлас йыя. Айырыуса балаларҙың күпләп ҡушылыуы ҡыуандыра.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас