Йәмғиәт
15 Сентябрь 2021, 15:00

"Файҙалы йәрминкә" ике яҡ өсөн дә файҙалы

Спорт һарайы алдындағы майҙан көслө бал ҡорто күселәй гөжләй. Фермерҙар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт.

"Файҙалы йәрминкә" ике яҡ өсөн дә файҙалы"Файҙалы йәрминкә" ике яҡ өсөн дә файҙалы
"Файҙалы йәрминкә" ике яҡ өсөн дә файҙалы

Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһының Спорт һарайы алдындағы майҙан көслө бал ҡорто күселәй гөжләп тора.

Республикабыҙ райондарынан баш ҡалаға фермерҙар нимә генә алып килмәй! Һыйыр малының, һарыҡтың, ҡош-ҡорттоң ите, һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек ише һөт ризыҡтары, көнбағыш майы, картуф, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ кеүек йәшелсә-емеш, бал... Спорт һарайы майҙанында ауыл хужалығы тауарҙарынан торған был “Файҙалы йәрминкә”не “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ойошторҙо.

– Йәрминкәнең кискә табан үтеүе шул хәтлем уңайлы, – ти уҡытыусы Йәмилә Басирова. – Әле юл ыңғайы йәшелсә-емеш кеүек кәрәкле һәм витаминдарға бай башҡа аҙыҡ-түлек һатып алдым.

Йәрминкәлә, моғайын, иң күбе бал булғандыр. Мәҫәлән, Ғафури районының Ибраһим ауылынан Марат Килмөхәмәтов уны 500 килограмм алып килгән.

– Бер нисә умарталығымда 300-гә яҡын умарта тотам, – ти Марат Мансур улы. – Йүкә һәм сәскә балы күп булды быйыл. Өфө халҡы тап ошондайҙы сират тороп алғас, уларҙы күп алып килдем.

Бынан тыш, Тәтешле, Белорет, Бөрө, Архангел һәм тағы бер нисә район кешеләре бал һатты. Шулай уҡ халыҡ ит, һөт ризыҡтарын, талҡанды, кишерҙе, картуфты, сөгөлдөрҙө, һуғанды, һарымһаҡты күпләп алды.

Сығышы менән Ишембай районынан булған Айгөл Кейекбаева әйтеүенсә, сыр – иң туҡлыҡлы ризыҡтарҙың береһе. Ул ире Евгений Мичурин менән ошо ризыҡты етештереү йүнәлешендә эшмәкәрлеген көйләгән.

Ә Гөлнара Вәлиәхмәтова картуф һатты, ул, бынан тыш, инвалидтарҙың өйөнә картуф алып барып биреп ярҙам итә.

Йәрминкәлә концерт күрһәтелде, теләгәндәр медицина тикшеренеүе үтте, балаларға уйындар ойошторолдо.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас