Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь , 11:30

Константин Толкачев ҡайғы уртаҡлашты

"Һоҡланғыс шәхес һәм үҙ эшенең ысын оҫтаһы арабыҙҙан китте..."

Константин Толкачев ҡайғы уртаҡлашты

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының элекке етәксеһе, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты Риф Вахитовтың вафат булыуы сәбәпле, уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

– Һоҡланғыс шәхес һәм үҙ эшенең ысын оҫтаһы арабыҙҙан китте. Хеҙмәттәшттәре һәм Риф Хәйрулла улын белгәндәрҙең барыһы ла уны эшкә юғары һәләте һәм профессионализмы өсөн ихтирам итте. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе кеүек яуаплы вазифа биләп, ул республикала парламентаризмды үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, – тиелә мәрхүмдең ғаиләһенә ебәрелгән телеграммала.

 

Риф Хәйрулла улы Вахитов 1940 йылдың 4 сентябрендә Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, артабан Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. Институтҡа ингәнгә тиклем 1958 йылдан Салауат районы МТС-ында токарь булып эшләй. 1959 йылда армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һәм институтта уҡып сыҡҡандан һуң, 1965 – 1967 йылдарҙа Салауат районының “Һарғамыш” совхозында агроном, сәйәси ағартыу кабинеты мөдире булып эшләй.

ВЛКСМ-дың Салауат район комитетында беренсе секретарь, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат район Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Салауат райкомының беренсе секретары була, Башҡортостан Республикаһының ХХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡанса ошо вазифала эшләй.

 

Фото: rb7.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова