

“Диалог” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының федераль рейтингы буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге социаль рәсми аккаунттары Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Радий Хәбиров dialog.infoсайтында баҫылған төбәк башлыҡтары аккаунттарының һәм рәсми сәхифәләренең исемлегендә дүртенсе урынды биләй.
“Диалог” белгестәре Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының социаль селтәрҙәге эшен төп майҙансыҡтарҙа әүҙемлек, контенттың сифаты, селтәрҙән файҙаланыусыларҙың уларҙың сәхифәләренә йәлеп ителеүе һ.б. йәһәттән баһаланы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Башлығының шәхси сәхифәләре рейтингта 91 балл йыйған.
– Социаль селтәрҙәр – эштең билдәле бер өлөшө ул. Уларҙан ҡәнәғәтлек тә, ҙур шатлыҡ та кисермәйем, әммә һөҙөмтәлелекте күрәм. Тап шуға күрә социаль селтәрҙә эшләйем һәм уларға мәғлүмәт сығанағы, башҡарған эшебеҙҙе күрһәтеү, үҫтереү алымы булараҡ етди иғтибар бирәм, – тине Радий Хәбиров.
Волга буйы федераль округы кураторы Денис Зацепин әйтеүенсә, республика Башлығының шәхси сәхифәләре уны етәксе, шулай уҡ шәхес булараҡ асырға, мәғлүмәте аралашсылар аша түгел, ә туранан-тура алырға ярҙам итә.
– Радий Хәбировтың аккаунттары теләһә ҡайһы кимәлдәге етәкселәр өсөн өлгө булырлыҡ. Шәхси контент бик бай, төбәк тормошо тураһында, халыҡҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт күп, – тине Денис Зацепин. – Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итһә йәки уның сәхифәһендә яҙма ҡалдырһа, уның һорауына мотлаҡ яуап бирәсәктәрен белә.
Мәғлүм булыуынса, “Диалог” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы Рәсәйҙә интернет коммуникациялары өлкәһендәге төп компетенциялар үҙәген тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге подразделениеларының береһе лә “Диалог”тың федераль тармағы ҡарамағына инә.
Фото: bashinform.ru