Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь , 15:00

Һөйөнсө: ҡыуаныслы хәбәр!

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан инвалид өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Уларҙың ярҙамға мохтажлығын да хәбәр иткәйнек.

Һөйөнсө: ҡыуаныслы хәбәр!

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан инвалид өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Уларҙың ярҙамға мохтажлығын да хәбәр иткәйнек.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ағалы-ҡустылылар хаҡында махсус репортаж төшөрөп, эфирға сығарҙы. Кисә ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә шатлыҡлы яңылыҡтар менән уртаҡлашты.

“Изге хәбәрҙән башланды бөгөнгө сыуаҡ көн! Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ағай Исмәғилев шылтыратып, яңыраҡ эфирға сыҡҡан тапшырыуымдың геройҙары Ҡунаҡҡоловтарға телефон бүләк итергә теләүен белдерҙе. Егет һүҙе бер була тип, оҙаҡҡа һуҙмай, төш мәлендә магазинға барып телефон алып, уны ҡулға тоттороп та китте! Ул тапшырыу халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шылтыратыусылар ҙа, яҙыусылар ҙа, ярҙам тәҡдим итеүселәр ҙә күп булды. 

Хәбәрҙар булмағандар өсөн ҡыҫҡаса мәғлүмәт: Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан бер туған Фәйез (50 йәш), Рафиҡ (45 йәш), Рәфис (42 йәш) Ҡунаҡҡоловтар генетик сир арҡаһында үҫмер саҡта аяҡтан яҙа. Әле улар өсөһө лә инвалид коляскаһында. Егеттәр эсмәй, тартмай, бер кемдән дә ярҙам һорамай, үҙ көсө менән матур итеп донъя көтә. Улар хатта инвалид коляскаһын да һатып ала, сөнки документ юллап йөрөрлөк мөмкинлектәре юҡ. Егеттәр өс йыл элек атай нигеҙендә өй һалып сыҡҡан. Яңы йортҡа ҡот булып килен дә төшкән – уртансылары Рафиҡ өйләнгән. Үҙҙәре өндәшмәһә лә, ПРОБЛЕМАЛАР юҡ түгел:

1. Өйгә газ үткәреү. Инвалид коляскаһында 5-8 йөк утын ярыу еңел эш түгел. Әле газға документтар әҙерләү менән Йәнекәй клубы мөдире Идиә Ғәлимова шөғөлләнә. Тап Идиә Миҙхәт ҡыҙы тәүгеләрҙән булып был ғаиләнең проблемаһын күтәреп сыға ла инде.
2. Өйгә һыу үткәреп, бәҙрәф эшләү. Егеттәр сатлама һыуыҡтарҙа коляскала тышҡа йөрөп ҡулдарын туңдырып бөтә. Скважинаны үҙҙәре ҡаҙҙырғандар.
3. Документтарҙы тәртипкә һалыу. Йорттары күптән үлгән аталары исемендә торған, шуға егеттәр инвалид булһа ла әлегәсә һалым түләгән. Рәфискә беренсе төркөм инвалидлыҡ юллар кәрәк, аяғы йөрөмәһә лә, ул икенсе төркөм инвалиды итеп теркәлгән. Инвалид коляскаһына ғариза биреп, сиратҡа торорға ярҙам итеү.
4. Сенсор телефон. Интернет селтәре егеттәргә аралашыу сығанағы булыр ине.

ӘЛЕГӘ: Телефондар булды! Билдәле режиссер Рәис ағай Исмәғилев һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ярҙамы менән. Тапшырыуҙы байтаҡ депутаттарға һалғайным, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ғына битараф ҡалманы. Ҡунаҡҡоловтарҙың проблемаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов контролгә аласағын белдерҙе. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов таҡта менән ярҙам итербеҙ тине. Күптәр аҡса күсерҙе, барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Хоҙай бәлә-ҡазаларҙан аралаһын, иҫән-һау булайыҡ!

Шулай республикабыҙҙа мәрхәмәтле кешеләр юҡ түгел. Хәленән килгәндәрҙе әле лә был изге эшкә ҡушылырға саҡырам, сөнки нимә генә эшләһәң дә, бар проблема аҡсаға барып төртөлә, газ үткәрһәң –плитәһе, ҡаҙанлығы, һыуға насосы кәрәк! Бер пенсияға ғына артыҡ эш ҡыйратып булмай, уның араһында ризығы ла, дарыуы ла бөтөп бара.

ЯРҘАМ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҮСЕЛӘР ӨСӨН:
89507486783 - РӘФИС ВӘИС УЛЫ ҠУНАҠҠОЛОВ
89374787493 - РАФИҠ ВӘИС УЛЫ ҠУНАҠҠОЛОВ”, – тип яҙған Рәмзиә Кәримова.

Ил төкөрһә – күл була. Бик хуп! Ҡунаҡҡоловтарға һаулыҡ, именлек теләп ҡалабыҙ. Изгелекле кешеләргә рәхмәт!

Фото һәм видео: Р. Кәримованың сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова