Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь , 14:45

Ярҙам итеүҙәрен һорарға мөмкин

13 сентябрҙә киске 8 сәғәттә баш ҡалалағы Коммунистик урамдағы 54-се йортта электр уты һүнгән.

Ярҙам итеүҙәрен һорарға мөмкин

13 сентябрҙә киске 8 сәғәттә баш ҡалалағы Коммунистик урамдағы 54-се йортта электр уты һүнгән. Был хаҡта өфөләр социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге был хәл хаҡында Киров районы хакимиәтенә еткергән. Асыҡланыуынса, ғәҙәттән тыш хәлгә Өфө ҡалаһындағы Минһажев һәм Чернышевский  урамдары тыҡрығындағы кабелдең өҙөлөүе сәбәпсе булған. Киске 20:52 сәғәттә ут тергеҙелгән.

 Шулай итеп, Республика менән идара итеү идаралығына ярҙам итеүҙәрен һорарға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика менән идара итеү идаралығы – тотош республиканан мәғлүмәт йыйыу һәм ялыуҙарға, мөрәжәғәттәргә оператив тәьҫир итеү өсөн координациялау үҙәге.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Айһылыу Низамова