

Бөгөн Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөләге ҡайһы бер торлаҡ төҙөлөшө объекттарында булды, шулай уҡ “Торлаҡ” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған Ағиҙел аръяғында һыу үткәргес төҙөү барышы менән танышты.
“Башҡортостан сәскәләре” ультразаманса комплексы эш сәфәренең тәүге майҙансығы булды. “Архстройинвестициялар” финанс-төҙөлөш компанияһы был эшкә 2018 йылдың беренсе кварталында тотонған. Проектта 332,513 квадрат метрлыҡ объекттар һалыу ҡарала. Фатирҙар һаны – туғыҙ меңдән ашыу. Әле төҙөлөргә тейешле 28 йорттоң дүртәүһе һалынған. Торлаҡ комплексында шулай уҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы буласаҡ.
Артабан Никита Стасишинға яңы һыу үткәргестең төҙөлөш майҙансығын күрһәттеләр. Объектта эш быйыл йәй аҙағында башланған. Уның оҙонлоғо 23 километр самаһы тәшкил итәсәк. Һыу үткәргес Ағиҙел аръяғы халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Проектҡа ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Никита Стасишин билдәләүенсә, Башҡортостан – илдең “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ысын мәғәнәһендә яҡшы тормошҡа ашырылған төбәктәренең береһе. "Торлаҡты сафҡа индереү күләме арта. Әйләнешкә индерелгән яңы майҙандарҙа өр-яңы сифатлы торлаҡ барлыҡҡа килә, алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителә, – тине министр урынбаҫары. – Бөгөн беҙ барған һәр майҙансыҡта эш срогы тулыһынса үтәлә. Төбәктәргә барып, эште ситтән генә күҙәтмәй, ә һөҙөмтә алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалыуҙы күреү - ҙур шатлыҡ. Бындай төбәктәргә ярҙам итке, федераль аҡсаны күберәк бүлге килә".
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, “Стимул” программаһында ҡатнашыу нигеҙендә төбәккә тәүге тапҡыр ошондай ҙур финанс бүленгән. "Өс йылда беҙ 8,5 миллиард һумды үҙләштерергә ниәтләйбеҙ, шуның 2,8 миллиард һумын – быйыл. Федераль Хөкүмәт ярҙамында Өфө үҫеш аласаҡ. Бөгөн Никита Евгеньевичҡа һөҙөмтәле идара итеү уңыштарын күрһәттек. Эш графиктағынан алдараҡ бара", – тине ул.
Шулай уҡ льготалы ипотека кредитлауы темаһы күтәрелде. Никита Стасишин әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, Хөкүмәт “Ғаилә ипотекаһы” программаһының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтты. Торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә йылына алты процент ставкаһы буйынса кредитты 2023 йыл аҙағына тиклем алырға мөмкин.
Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеүгә йүнәлтелгән эш бөгөн төҙөлөш тармағында мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Андрей Назаров, республиканың бурысы – 2023 йыл аҙағына тиклем ошо мәсьәләне тулыһынса хәл итеү, тип белдерҙе.
Сәфәр барышында Андрей Назаров менән Никита Стасишин шулай уҡ “Аристократ” һәм “Символ” торлаҡ комплекстарында булды. Улар был проекттарҙың яҡшы тормошҡа ашырылыуын, уңайлы тормош өсөн кәрәкле бөтә шарттарҙың иҫәпкә алыныуын билдәләне.
"Беҙ Өфөлә социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән бер рәттән ҡалаға йәм өҫтәгән торлаҡ комплекстарына һәм төҙөүселәргә булышлыҡ итәсәкбеҙ", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52716
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52716