

15 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Межгорье ҡалаһында булды. Унда ул ҡаланың социаль объекттарын ҡараны һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары менән танышты.
Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә республика етәксеһе төҙөкләндереүҙән һуң 2018 йылда асылған спорт комплексын ҡараны. Тәүҙә хәрбиҙәр тарафынан төҙөлгән бина ныҡ иҫкергән булған. 2013 йылда бойондороҡһоҙ комиссия уны артабан да хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ тип таныған.
Төҙөкләндереү барышында өҫтәп өсөнсө ҡат төҙөгәндәр һәм бинаның майҙаны күпкә артҡан. Проекттың хаҡы 108,7 миллион һум тәшкил иткән.
– Бында универсаль спорт залы бар, унда бер юлы һигеҙ майҙансыҡ уйнай ала: волейбол, баскетбол һәм футбол, тренажер һәм көрәш залы, саңғы базаһы. Улар республика һәм бөтә Рәсәй ярыштарын үткәреү талаптарына яуап бирә. Иң мөһиме, йыл һайын спорт менән шөғөлләнгән балалар һаны арта, – тине Радий Хәбировҡа ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Михаил Прусаков.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексында шулай уҡ саңғы ярышы, бадминтон, самбо һәм милли көрәш, өҫтәл теннисы, тхэквондо секциялары бар.
Радий Хәбиров спорт комплексы мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы, шулай уҡ йәш футболсыларҙың күнекмәһен ҡараны һәм уларға спорт еңеүҙәре теләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың “Межгорье Көньяҡ-Көнбайыш” Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә лә булды. Уның директоры Ирина Чулкова һөйләүенсә, бинала 600 урынлыҡ тамаша залы бар, йыл әйләнәһенә учреждение эшсәндәре 580 сара үткәрә. Тик үҙәктең бинаһы иҫкергән. Фасады насарланған, ҡыйығынан һыу аға, ошо сәбәпле ҡорамалдар боҙола. Шулай уҡ матди-техник базалары ла иҫкергән.
Үҙәктә 41 ижади коллектив эшләй, уларҙың 11-дә “халыҡ”, етеһе – “өлгөлө” коллектив. “Пауза” театр студияһы Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы тигән исем йөрөтә.
Радий Хәбиров “Байыҡ” республика телевизион конкурсы еңеүсеһе булған “Илмәш” халыҡ фольклор коллективы ҡатнашыусылары менән аралашты, уларға яҡын арала үҙәктә капиталь ремонт буласаҡ тине.
Межгорье ҡалаһы халҡы Башҡортостан Башлығынан ихаталар һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү мәсьәләһенә иғтибар биреүҙе һораны. Шулай уҡ автобус тәьминәтен ойошҡаныраҡ итеү ҙә кәрәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, Межгорье ҡалаһы халҡының йыйылған барлыҡ проблемалары Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышы көн тәртибенә ингән.
Артабан Радий Фәрит улы ҡаланың таҙартыу ҡорамалдарын ҡараны, ул 1991 йылда төҙөлгән. Уларҙы яңыртыу – мөһим бурыс. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вячеслав Калугин белдереүенсә, быйыл проект-тикшереү эштәрен башлау өсөн 2 миллион һум аҡса кәрәк. Дөйөм алғанда проектлау өсөн 20,6 миллион һум аҡса талап ителә. Кәрәкле аҡса бүленһә, төҙөлөш өс йылға һуҙыласаҡ һәм 450 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Республика етәксеһе эсәр һыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, һыу сифаты башҡа тораҡ пункттар менән сағыштырғанда яҡшыраҡ, унда тоҙҙар әҙерәк. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар шешәләргә ҡойоп һыу етештереү менән шөғөлләнергә лә уйлаған, әммә ҡаланың ябыҡ статусы быны эшләү мөмкинлеге бирмәй.
Радий Хәбиров Хөкүмәттең күсмә ултырышында быйыл ҡалаға проект эштәре башлау өсөн ике миллион һум бүлергә, ә 2023 йылда яңы ҡорамал төҙөй башларға ҡушты.
Межгорье ҡалаһында Радий Хәбиров Совет урамындағы скверҙы төҙөкләндереү менән танышты, эштәр “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Проектҡа ярашлы йәйәүлеләр тротуары, балалар уйын майҙансығы һәм декоратив кәртәләр ҡуйыу күҙаллана. Объектты былтыр уҡ тапшырырға тейеш булғандар, әммә намыҫһыҙ төҙөүселәр арҡаһында ваҡытында тамамланмаған. Ҡала хакимиәте уларҙы судҡа биргән һәм компаниянан эштәрҙе тамамлауҙы талап итә.
Вячеслав Калугин белдереүенсә, ҡалала планға ярашлы йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. “Башҡортостан ихаталары” программаһы эшләй башлаған өс йыл эсендә ҡалала ете ихата тәртипкә килтерелгән.
Тағы бер төҙөкләндереү талап иткән объект – “Төҙөүсе” ҡала стадионы. Уны 1987 йылдан файҙаланалар. Бында футбол майҙаны, еңел атлетика йүгереү юлдары, баскетбол, волейбол, минифутбол өсөн майҙансыҡтар, күп функциялы ГТО тапшырыу зонаһы бар.
33 йылдан ашау был стадион ҡаланың спорт тормошо үҙәге булып тора. Көн һайын йыл әйләнәһенә спортсылар күнекмәләр үткәрә, ярыштар ойошторола, һәр кем физкультура менән шөғөлләнә ала. Ошонда уҡ яҡтыртылған 1,6 километр оҙонлоғондағы саңғы-роллер трассаһы бар. Әйткәндәй, тап Межгорьела Олимпия уйындары призеры Ольга Вилухина тыуған һәм тәүге тапҡыр саңғыға баҫҡан.
Радий Хәбиров стадионды төҙөкләндереү планы менән танышты, тренерҙар менән аралашты. Спорт объектын финанслау һәм төҙөкләндереү ваҡыты тураһында Хөкүмәттең күсмә ултырышында һөйләштеләр.
Фото: Башҡортостан Башлығы.