Йәмғиәт
16 Сентябрь 2021, 10:30

Сочиҙа журналистар форумы тамамланды

Һуңғы көндөң программаһы ла бай һәм ҡыҙыҡлы булды. 

Сочиҙа журналистар форумы тамамландыСочиҙа журналистар форумы тамамланды
Сочиҙа журналистар форумы тамамланды

Бөгөн Сочи ҡалаһында XXV “Бөтә Рәсәй-2021” заман журналистикаһы форумы үҙ эшен тамамланы. Һуңғы көндөң программаһы ла бай һәм ҡыҙыҡлы булды.

“Социаль медиала киң мәғлүмәт сараларының һөҙөмтәле ҡатнашыуы” тип аталған секцияла спикерҙар социаль селтәрҙәрҙә танылыу яулау серҙәре менән уртаҡлашты. Был һөйләшеүҙең төп асылы социаль селтәрҙәр ҙә бик мөһим ресурс, әммә үҙ сәхифәңде тейешле кимәлдә алып барыу өсөн уларҙың алгоритмдарын яҡшы белергә кәрәк, тигән фекергә ҡайтып ҡалды.

Был фекер алышыуҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновтың һөйләгәндәре фәһемле булды. Ул социаль селтәрҙәрҙәге эште тулы ҡеүәттә алып барыу өсөн ваҡыт яғының тар булыуын, шулай уҡ “Фейсбук” һәм “Класташтар” кеүек майҙансыҡтарҙа ла эшләү мөһимлеген билдәләне.

Тағы бер аудиторияла “Коронавирус шарттарында виртуаль редакция: тиҙерәк, көслөрәк, һөҙөмтәлерәк” тип аталған дискуссия майҙансығы эшләне. Бында модератор булып “Комсомольская правда” баҫмаһы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Рафаэль Гусейнов сығыш яһаны.

Әлбиттә, һуңғы көндә һөҙөмтәләр ҙә иғлан ителде. “Иң яҡшы автор мәҡәләһе” номинацияһында БР Журналистар союзы секретары Мәүлиҙә Яҡупова “Һәм йәшәргә ашығырға кәрәк” тигән мәҡәләһе өсөн диплом менән бүләкләнде.  

Журналистар форумын тантаналы ябыу сараһы Ҡышҡы театрҙа үтте, унда ижади конкурстарҙың еңеүселәре лә тәбрикләнде. Форумда ҡатнашыусыларҙы Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, Сочи ҡалаһы мэры Алексей Копайгородский сәләмләне, шулай уҡ Кубань казактары хоры үҙ сығыштарын бүләк итте. Уларҙың бер сығышы барышында әлеге яҙманың авторы – Евгений Соколовты сәхнәгә саҡырып сығарҙылар һәм ул коллективтың солисткаһы менән бейеү башҡарҙы.

Рус телендәге тексттың авторы – Евгений Соколов.

Автор фотолары. 

#ФорумВсяРоссия-2021 #ВсяРоссия-2021Башкортостан #ВсяРоссия-2021БашСМИ 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас