Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 05:59

“Аҡыллы ҡала” тормошто еңелләштерә

mgazeta.commgazeta.com
Фото:mgazeta.com

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Һанлы иҡтисад” милли проекттары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Аҡыллы ҡала” проектына ярашлы, Туймазы ҡалаһының Әгертамаҡ биҫтәһендә “Урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлау” проекты ғәмәлгә индерелде.

 Яңы биҫтәлә тышты яҡтыртыуға идара итеүҙең автоматлаш­ты­рылған системаһы эшләй башланы. Туймазы ҡалаһы хакимиәте баш­лығы Эдуард Рәхмәтуллин әйтеүенсә, “яңы системаның ҙур өҫтөнлөгө – уның көн яҡтыһына үҙаллы көйләнеүе”. Автомат­лаш­тырылған система автомобиль юлдарында ғына түгел, ихаталарҙа, парктарҙа һәм башҡа урындарҙа тәүлектең ҡараңғы ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА,

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас