Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 18:00

Ҡар яуасаҡ...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ҡар яуасаҡ...Ҡар яуасаҡ...
Ҡар яуасаҡ...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 сентябргә ҡарай төндә республикала ҡырау төшөүе, һауа температураһының -3 градусҡа төшөүе көтөлә.

Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән 18 сентябрь киске сәғәт 8-гә тиклем болотло була. Республика буйынса төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, шулай уҡ көндөҙ ҙә дауам итәсәк тип фаразлана. Айырым райондарҙа ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 7–12 метр тиҙлектә иҫәсәк. Төндә һауа температураһы +1, +6 градус булһа, көндөҙ - 5 - 10 градус йылы.

Фото: m.123ru.net

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас