

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин төшкә хәтлем һайлау участкаһына барып гражданлыҡ бурысын үтәне.
"18 йәштән алып һайлауҙарҙа ҡатнашам, бер ҡасан да ҡалдырғаным юҡ, – ти ул. – Бөгөн дә иртүк һайлау участкаһына ашыҡтым, унда уҡытыусыларҙың күплеге шатландырҙы".
Айбулат Вәкил улы билдәләүенсә, һайлауҙың өс көн һуҙымында барыуы һәр йәһәттән дә отошло, ни тиһәң дә, заман сире сигенергә һис тә уйламай.
Мәғлүм булыуынса, мөһим сара 17, 18 һәм 19 сентябрҙә үтә.
Фото Айбулат Хажиндың шәхси альбомынан.