Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 06:21

Балға һыу буйы сират ине

Өфөләр оҙайлы ҡышҡа витаминдарға бай һәм тәбиғи аҙыҡ запасын күпләп хәстәрләне.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһының Спорт һарайы алдындағы майҙан бал ҡорто күселәй гөжләп торҙо. Баш ҡалабыҙ үҙәгендә ауыл хужалығы тауарҙарынан торған “Файҙалы йәрминкә” ойошторолдо. Республикабыҙ райондарынан егәрле фермерҙар нимә генә алып килмәгән! Һыйыр малы, һарыҡ, ҡош-ҡорт ите, һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, көнбағыш майы, картуф, сөгөлдөр, һуған, кишер, һарымһаҡ һәм, әлбиттә, бал.

 – Йәрминкәнең кискә табан үтеүе шул хәтлем уңайлы, – тип һөйләй уҡытыусы Йәмилә Басирова. – Әле эштән ҡайтышлай юл ыңғайы йәшелсә-емеш кеүек кәрәкле һәм витаминдарға бай ризыҡтар һатып алдым.

Ул көндө тәҡдим ителгән продукциянан иң күбе бал булғандыр тиһәм, яңылышмам.  Мәҫәлән, йүкә ағастары менән дан тотҡан Ғафури районының Ибраһим ауылынан Марат Килмөхә­мәтов 500 килограмм тәмлекәс алып килгән.

– Бер нисә умарталығымда 300-гә яҡын умарта тотам, – тип һөйләй Марат Мансур улы. – Йүкә һәм сәскә балына кинәндек быйыл, йыл ныҡ эҫе килеүгә ҡарамаҫтан, мул табыш алдыҡ. Өфө халҡының сәскә һәм йүкә балын сират тороп һатып алыуын белгәс, уларҙы күп килтерҙек.

Ирина Макарова һатыу ойошторған урында ла халыҡ һыу буйы сиратҡа баҫҡан. Белорет районының Йөйәк ауылы уңғаны белдереүенсә, уның умарта­сылыҡ тармағында эшләүенә байтаҡ ваҡыт. Ныҡышмал булғанда йыл да килем алырға мөмкин, ти ул.

Бынан тыш, Архангел, Белорет, Тәтешле, Бөрө һәм тағы бер нисә район ҡортсолары бал һатты ул көндө. Халыҡ ит һәм һөт ризыҡтарын, йәшелсәне лә күпләп һатып алды.

Сығышы менән Ишембай районының Подлесный утарынан булған Айгөл Кейекбаева әйтеүенсә, сыр – иң туҡлыҡлы ризыҡтарҙың береһе. Ире Евгений Мичурин менән эшмәкәрлектәрен сыр етештереү йүнәлешендә көйләгәндәр.

Ә Гөлнара Вәлиәхмәтова картуф тәҡдим итте, бынан тыш ул инвалидтарҙың өйөнә картуф алып барып та ярҙам итә.

Лилиә һәм Владимир Александровтар, хаҡлы ялда булһалар ҙа, ер эшенә йәбешеп ята. Улар Өфө районының Ҡамышлы ауылында йәшәй, 20 сутый участкаһында нимә генә үҫтермәй! Александровтар картуфтың килограмын 30 һум менән һатты, кишергә – 40, ҡыярға – 50, помидорға – 100, һарымһаҡҡа 300 һум хаҡ ҡуйғандар. Шуныһы, сәмселдәр үҫтергән йәшелсә-емештең бөтәһе лә тәбиғи, экологик йәһәттән таҙа.

Борай районының Салҡаҡ ауылынан килгән Айҙар Ғәләүетдинов миндек һатыуға ҡуйған, төрлө дарыу үләндәре лә алып килгән.

Бына шулай халыҡ үҙенә кәрәк-яраҡты һатып алды, оҙайлы ҡышҡа витаминдарға бай аҙыҡ запасын тупланы.

Йәрминкә ваҡытында концерт күрһәтелде, теләгәндәр медицина тикшеренеүе үтте, ә балаларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас