Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 11:15

Баймаҡ районы башлығы тауыш бирҙе. Ә һеҙ?

Райондың барлыҡ һайлау участкаларында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды.

Баймаҡ районы башлығы тауыш бирҙе. Ә һеҙ?Баймаҡ районы башлығы тауыш бирҙе. Ә һеҙ?
Баймаҡ районы башлығы тауыш бирҙе. Ә һеҙ?

Баймаҡ районында ла, бөтә илдәге кеүек үк, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә райондың барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Ауылда йәшәгән халыҡ мөһим сарала бигерәк тә әүҙем ҡатнаша.

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә үк Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙе теркәлгән 1001-се һайлау участкаһына барып, гражданлыҡ бурысын үтәне. Ул шулай уҡ райондаштарына мөрәжәғәт итеп, был мөһим сәйәси сарала әүҙем ҡатнашыуҙы һораны.

"Мин үҙ тауышымды бирҙем. Һеҙҙе лә һайлауға барырға саҡырам", - тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас