Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 15:45

Өфө халҡы “Рәхмәт” ала

Төрлө ташламаларға хоҡуҡ биргән был беләҙектәрҙе алыу өсөн һайлау участкаһына тәғәйен сәғәттәрҙә килергә кәрәк.

Өфө халҡы “Рәхмәт” алаӨфө халҡы “Рәхмәт” ала
Өфө халҡы “Рәхмәт” ала

“Рәхмәт” акцияһы Өфөлә өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Үҙенсәлеге шунда: ул тик һайлау көндәрендә уҙғарыла. Тауыш бирергә килгән граждандар һайлау участкаһында төрлө ташламаларға хоҡуҡ биргән махсус беләҙек ала.

Өфөлә был акцияла 300-ҙән ашыу ойошма ҡатнаша. Улар араһында автомобилдәр өсөн оҫтаханалар, дарыуханалар, оптика үҙәктәре, магазиндар, матурлыҡ салондары, музейҙар, күңел асыу парктары бар. Тулы исемлек менән махсус сайтта танышырға мөмкин: https://рахмат102.рф/.

Ташламалар ике проценттан алып 100 процентҡаса. Беләҙек менән файҙаланыу шарттары ла төрлөсә: кемдер йыл аҙағына тиклем ташлама тәҡдим итә, икенселәр бүләктәр әҙерләгән.

Ойоштороусылар шул хаҡта иҫкәртә: беләҙек алыу өсөн һайлау участкаһына тәғәйен сәғәттәрҙә килергә кәрәк. Өфө ҡалаһында улар бөгөн, 17 сентябрҙә, 20.00 сәғәткә тиклем бирелде, 18-19 сентябрҙә иһә - 08.00 – 14.00 сәғәттәрҙә. Беләҙектәр һаны сикле.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас