

Ошо арала Өфө маршруттарына 220 ҙур һәм урта класлы автобустар сығасаҡ. Уларҙы республика “Башавтотранс” предприятиеһы өсөн лизинг моделе буйынса алған. Vector NEXT һәм ”НЕФАЗ” автобустарының яңы моделдәре үҙенсәлектәре менән кисә, 16 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.
Быға тиклемге модификациялары кеүек үк, яңы автобустар пассажирҙарға электрон мәғлүмәт биреү системаһы (автоинформатор һәм табло), ГЛОНАСС навигациялы юлдаш системаһы, тахограф һәм аппарель менән йыһазландырылған, уларҙа инвалид коляскаһы өсөн махсус урын ҡаралған.
Һатып алынған моделдәрҙең төп айырмаһы – һигеҙ камералы видеокүҙәтеү системаһы, гаджеттарға көс йыйҙырыу өсөн USB-нөктәләр һәм пассажирҙар ағымын күҙәтеүҙең автоматлаштырылған системаһы.
Иҫәпкә ҡуйылғандан һуң яңы 100 “НефАЗ” һәм 120 Vector NEXT автобустары Өфө юлдарына сығасаҡ. Был баш ҡалала йәмәғәт транспорты хәлен бермә-бер яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
– “Башавтотранс” өсөн сираттағы пассажир автобустары партияһын тапшырҙыҡ. Был автобустарҙың барыһын да Өфө юлдарына сығарасаҡбыҙ һәм тағы яңыларын аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Халыҡтан ошо йылдарҙа улар кисергән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм. Беҙ бит маршрут автобустары хәрәкәтен ойоштороуҙың енәйәтсел системаһын емерҙек. Еңел булманы, әммә артабан барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.