

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе БДУ-ның Хоҡуҡ институты менән берлектә ошо юғары уҡыу йорто студенттары өсөн коррупцияға ҡаршы диктант үткәрҙе.
Сара алдынан бүлексә рәйесе Ирина Панькина менән институт директоры Руслан Зәйнуллин буласаҡ юристар менән осрашҡан. “Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант” проектының авторы, шулай уҡ етәксеһе Эльси Золаев – юридик фәндәр кандидаты, “Рәсәй лидерҙары-2020” ярымфиналсыһы, Рус-азиат сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты кәңәшсеһе. Ул да студенттар алдында сығыш яһаған, диктант үткәргән һәм “Рәсәй Федерацияһында коррупцияға ҡаршы тороу нигеҙҙәре тураһында” тигән темаға лекция уҡыған.
Диктантта 50 студент ҡатнашҡан. Йәштәр уны белемде һынап ҡарау һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең яңы аспекттарын билдәләү өсөн яҡшы алым тип иҫәпләй. Диктант тамамланғас, студенттар лекторға һорауҙар биргән, дәррәү фекер алышыу булған. Проект хоҡуҡи белемде арттырыу һәм коррупцияға ҡаршы аңды булдырыуға йүнәлтелгән.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.