Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 09:13

Ҡорт таныһаң, тотоп ал, Күсе һайын – бер бот бал

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Башҡортостанда бал ҡорттары ғаиләләренең 30 – 40 процентҡа тиклемен һәр береһе 435 – 300 миллиметр ҙурлыҡтағы 12 рамлы умарталарҙа аҫрайҙар, ә бал йыйҙырыу өсөн 435 – 145 мм ҙурлыҡтағы рамлы магазин өҫтәмәләрен файҙаланалар. Был йәтеш дадан умартаһы ҡорттарҙы үрсетеү өсөн уңайлы, ләкин уның ярайһы ғына етешһеҙлеге лә бар: күләме бәләкәй булыуы ҡорттар ғаиләһенең үҫешен тотҡарлай.

 

12 рамлы умарталар

 

12 рам урынлашҡан оя корпусы 2–3 рам бал, 2–3 рам һитә менән тултырыла, ә үрсем өсөн 6–7 генә рам тороп ҡала. Әгәр ҙә 1–2 рам яһалма балауыҙ ҡуйһаң, урын тағы ла кәмей төшә. Ә бит һәйбәт ғаи­ләлә, ыңғай шарттар тыуҙырылған хәлдә, 9–10 рам һәм унан да күбе­рәк үрсем була.

Яҙҙан башлап бындай төҙөлөш­лө умартала ҡорттар, ғәҙәттә, 7–9 рам биләй. Ҡорт ғаиләһе артабан үҫкәндә, умартаға 12 кәрәҙ, ә унан яһалма балауыҙлы рамдар ҡуялар. Ғәҙәттә, умартала урын етешмәү арҡаһында ояға 2–3 рамдан да күберәк

 

Дадан умартаһында бал ҡорттарын аҫрау:

I– беренсе өҫтәмәне умартаға ҡуйыу; II – икенсе өҫтәмәне умартаға урынлаштырыу.

 

яһалма балауыҙ ҡуйып булмай. Йәш ҡорттар кәрәҙ төҙөү эше менән тулыһынса мәшғүл булмай, һәм ғаилә йыш ҡына күс айырыу хәленә килә. Ҡорттарҙы төҙөү эшенә йәлеп итеү өсөн магазинға кәм тигәндә алты яһалма балауыҙлы рам ҡуйырға кәрәк, өҫтәмәләге бөтә ҡалған буш урынға ҡорттар күҙәнәкле кәрәҙҙәр төҙөп өҫтәп тора. Магазин өҫтәмәһенә төҙөлгән кәрәҙҙәрҙе генә ҡуйырға ярамай, сөнки был ҡорттарҙы күс айырыу хәленә килтерә. Әгәр ҙә төҙөлгән кәрәҙҙәрегеҙ булмаһа, бөтә рамдарҙы яһалма балауыҙ менән ҡуяһығыҙ. Шулай итеп, һеҙ ҡорттарҙы эшкә егәһегеҙ. Төҙөлгән кәрәҙҙәрҙе һәм яһалма балауыҙлы рамдарҙы сиратлаштырып ҡуялар (яһалма балауыҙ — кәрәҙ — яһалма балауыҙ һ.б.), магазинды умарта корпусына һуңғы 12-се оя рамын урынлаштырғанда бер үк ваҡытта ҡуялар.

Өҫтәмәгә 12 рамдан кәм ҡуйырға рөхсәт ителмәй, юҡһа ҡорттар кәрәҙ күҙәнәктәрен өҫтәп оҙонай­тасаҡ, һәм улар үрсем сығарыу өсөн яраҡһыҙға әйләнәсәк, ҡорт ғаиләһе бал йыйыу осорона етерлек көс туплай алмаясаҡ. Күпселек умартасылар, киреһенсә, инә ҡорттоң магазин кәрәҙенә күсеүен һәм унда йомортҡа һалыуын яратмай. Инә ҡорттоң магазинға күсеүен туҡтатыу өсөн унда 12 урынына 10–11 рам ҡуйырға кәрәк. Ҡорттар был осраҡта кәрәҙҙәрҙе төҙөп еткерә, күҙәнәктәрҙе оҙонайта һәм инә ҡорт бейек бал күҙәнәктәренә йомортҡа һала алмай.

Бал йыйыу һуң башланған (июль-август) райондарҙа көслөрәк ғаиләләрҙе үрсетеү өсөн, ҡорттар тупланыуға, оя рамдарының бал, һитә һәм үрсем менән тулыуына ҡарап, инә ҡорт магазин өҫтәмә­һенә күсә һәм йомортҡаларҙы ярым рамдарға һала. Инә ҡорт ярым магазин рамдар кәрәҙенә йоморт­ҡаларҙы ни тиклем күберәк һалһа, бал йыйыу осорона ғаиләлә ҡорттар шул тиклем күберәк була.

Ояның күләмен артабан киңәй­теүҙе ҡорттар тулыһынса беренсе магазин рамдарын төҙөп бөткәс һәм уларҙы биләгәс үткәрә. Умар­таға икенсе “төҙөлөш” өҫтәмәһен ҡуялар. Ул иһә төҙөлөшө тамамланған кәрәҙҙәр һәм яһалма балауыҙлы рамдар менән тултырыла. Кәрәҙҙәр һәм рамдар үҙ-ара сиратлаштырып ҡуйыла. Был төҙөлөш өҫтәмәһен ояға индереп, йәғни умартаның оя корпусы менән тәүге өҫтәмә араһына ҡуялар. Шуны иҫтә тотоғоҙ: ҡорттар өҫтәмәгә, әгәр ҙә унда асыҡ төҫлө һәм һарғылт асыҡ төҫлө кәрәҙле рамдар булһа, ихлас күсә, ә кәрәҙҙәрҙә күҙәнәктәр бейеклеге кәметелгән булһа, бигерәк тә яҡшы. Оянан сыҡҡан ҡорттарҙы ҡыҫмау өсөн өҫтәмәләрҙе өҫтән һәм шәп итеп төшөрөп ҡуймайҙар, ә ҡырҙан, һаҡлыҡ менән ҡорттарҙы ситкә этәреп, шылдырып ҡына ҡуялар.

Әгәр ҙә бал йыйыу көслө һәм ҡыҙыу барһа һәм һеҙҙең өҫтәмә магазиндарығыҙ булһа, ул сағында өсөнсө һәм хатта дүртенсе магазиндарҙы ҡуйырға була (уның өсөн тәүге йылда һеҙҙең мөмкинлегегеҙ булмаҫ). Былай иткәндә, элек ҡуйылған өҫтәмәһен балын ҡыуыу өсөн алалар.

Ике магазинға бер нисә оя рамдары ҡуйырға мөмкин, улар иһә артабан да ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы булдырыу өсөн хеҙмәт итәсәк. Өҫтәмәләрҙе (икәүһен бергә) икенсе корпус итеп тә файҙаланалар. Был осраҡта умартаға ике магазин ҡулланалар. Ул саҡта умартаға ике магазин ҡуялар һәм ҡорт­тарға ике корпуслы ғаиләләрҙе тәр­биәләгән кеүек тәрбиә бирәләр. Магазиндарҙы ҡуйырҙан алда ҡорттарҙың ояһын (аҫҡы корпус) тикшерәләр. Әгәр ҙә кәрәҙҙәрҙә инә көбөләренең булыуын күрһәгеҙ, өҫтәмә ҡулланыу файҙаһыҙ, ҡорттар унда күсмәйәсәк һәм яһалма балауыҙлы рамдарҙы ла төҙөмәйәсәк. Иң яҡшыһы шул: бындай ғаиләгә күс айырырға мөм­кинлек бирегеҙ.

Һеҙгә урта Рәсәй тоҡомло ҡорттарҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу мөһим: йыйылған балды улар ғәмәлдә магазин өҫтәмәһенең кәрәҙҙәренә һала. Ә ярым рамдарҙы оялар урынына (йәки киреһенсә) алмаштырып ҡуйырға ярамай: 12 рамлы умарталарҙа, башҡа умарталарға ҡарағанда, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡлы рамдарҙы әҙерләүе ҡыйыныраҡ. Шуның өсөн һеҙгә дадан умарталарында ҡорт аҫрау менән бер рәттән бер нисә ғаиләне (был ҡорттар ғаиләһенең бөтә һанының 25 процентын тәшкил итә) оялы рамдарҙа ҡышҡы осорға аҙыҡ әҙерләү өсөн ике корпуслы умарталарҙа тоторға кәрәк.

 

Ҡорттарҙың күс айырыу осоро

 

Күс осоп сығып китеүҙән алда үҙенә яңы йәшәү урыны эҙләү өсөн разведка яһаған ҡорттарҙы сәфәргә оҙата. Башҡалары, күмәкләп осоп китергә сигнал көтөп, тыныс ҡына ултыра. Көн бик эҫе булғанда ҡорттар умартанан тышҡа сыға һәм йомғаҡ булып йомарлана ла суҡланып аҫылынып тора.

Күстәр иртәнге сәғәт 10-дан көн уртаһына тиклем сыға башлай, һауаны геүләгән тауыш менән тултыра, умарта өҫтөндә өйөрөлөп осоп, инә ҡортто көтә. Ул иһә ашыҡмай ғына бөтә ғаилә осоп килеп ҡуна торған таҡтаны байҡай ҙа умартаға кире инеп китә. Йәнә икенсе тапҡыр килеп сыға ла осоп һауаға күтәрелә, шунан бында өйөрөлгән ҡорттарҙың төп массаһына ҡушыла.

Инә ҡорт, ғәҙәттә, осоп китмәй, тотҡарланып, таҡтала тора. Нәҡ ошо мәлдә умартаның бер яҡ ҡырында баҫып тороп, уны бармаҡтар менән генә тотоп алырға һәм ситлеккә ултыртырға кәрәк. Шунан уны күс моҙғаһы эсенә урынлаштырырға мөмкин. Күс булып айырылып сыҡҡан ҡорттар, инәне еҫе буйынса бик тиҙ эҙләп табып, янына

йыйыла. Әгәр ҙә умартасы ошо мәлде файҙаланып өлгөрмәһә, инә ҡорт күс менән разведкасылар күрһәткән урынға осоп китә (һүрәткә ҡарағыҙ). Ғәҙәттә, күс бындай урында (ағас ботаҡта­рында, ҡыуаҡтарҙа, ҡоймаларҙа) 20–30 минуттан алып ике-өс сәғәткә тиклем, ҡайһы саҡта бер нисә тәүлеккәсә, разведкасы ҡорттар яңы торлаҡ тапҡансы торорға мөмкин. Күс йыраҡ осоп китмәһен өсөн (быға халыҡтың күптән килгән әмәле бар), уға умартанан сыҡҡан саҡта еңелсә генә һыу һибәләр. Был иһә ямғыр яуа икәнлекте ишаралай, ҡорттар умартанан алыҫ түгел ергә ҡуна.

Умартанан айырылып сыҡҡан күсте йорт янына ҡундырыу, күс йыйыу буйынса эште еңеләйтеү маҡсатында күләгәрәк урында «Т» хәрефе рәүешендә ике-өс таҡталы бағана ҡуйырға кәрәк (40x60 см ҙурлығында йоҡа таҡта файҙа­ланыла, ергә ултыртылған бағанаға ике метр тирәһе бейеклектә ҡатып ҡуйыла). Күстәрҙе алдаштырыу өсөн таҡта ҡағылған бағаналарға берәй киҫәк көңгөрт, көңгөрт-һоро төҫтәге балауыҙ элеп ҡуялар, бағанаға лимон бөтнөгөн ышҡып һөртәләр, сөнки был үләндең еҫен бал ҡорттары бик тә хуп күрә. Ошо уҡ маҡсатта умарталыҡ янында йәки урманда ағастарға иҫке кәрәҙҙәр менән тәьмин ителгән хәйлә умарталары ултырталар. Бындай умарталарға күс йыш һырый.

 

Күсте йыйыу

 

Күсте йыйырға тотонорҙан алда һеҙгә аҡ халат һәм биткә селтәр кейергә (ҡорттар яуыз булмаһа ла), күректе тоҡандырырға, күсте күсереп алыу өсөн һоҫҡо (ҙур ағас ҡалаҡ) әҙерләргә, моҙға (һүрәтте ҡарағыҙ) йәки, япма менән ябып, ниндәйҙер бер йәшник йәки ҡап әҙерләргә кәрәк.

Моҙғаны үҙегеҙ эшләй ала­һығыҙ. Ул 100 сантиметр оҙонлоғондағы, 20–25 сантиметр киңлегендәге йүкә ҡабығынан йәки фанерҙан әҙерләнә. Уны дуға һымаҡ бөгәләр (фанерҙы тәүҙә үк парландырып алырға кәрәк), аҫтан бер башын һындыралар. Шулай итеп, моҙғаның төбөн барлыҡҡа килтерәләр. Остарҙы тоташтырып, моҙғаны арттан таҙа ваҡ тимер сыбыҡ селтәре менән тарттыралар, алдан уға киндер туҡыманан асып ябылмалы ҡорма, ә өҫтөн ырғаҡлы бау (һүрәттә өсөнсө моҙғаны ҡарағыҙ) менән нығытып ҡуялар. Әгәр ҙә күс тәпәш ағасҡа һарыһа, ул саҡта уҡмашып ултырған ҡорттар аҫтына асыҡ моҙғаны (йәки күсермәле йәшник) ҡуялар, уға ҡалаҡ ярҙамында ҡорттар суғын күсерәләр, ә ҡалғандарын киҫкен хәрәкәт менән ботаҡтан һелкетеп төшөрәләр. Бынан һуң моҙғаны шул уҡ ағасҡа элеп, асыҡ килеш ҡалдырырға кәрәк. Моҙғаға эләкмәгән ҡорттар оҙаҡ ваҡыт та үтмәҫтән үҙҙәре үк уға йыйыласаҡ. Ҡорттарҙы моҙға эсенә индереү өсөн күрек тә файҙаланыла.

Ҡайһы саҡта шулай ҙа була: күс яңынан һауаға күтәрелеп осоп, умарталыҡ өҫтөндә өйөрөлә-өйөрөлә лә үҙенең умартаһы йәки башҡа урынға ҡуна. Был иһә ҡорттарҙы моҙғаға һелккән ваҡытта инә ҡорттоң эләкмәүе тураһында һөйләй. Ҡорттар тынысланғас, күсте күсереп ябыуҙы ҡабатларға кәрәк.

Моҙғаға күсерелгән ҡорттарҙы япмаһы менән ябалар ҙа һалҡынса, ҡараңғы урынға (ҡышлау урынына йәки мөгәрәпкә) ҡуялар. Ялан ерҙә уларҙы кис еткәнсе тотоу, күләгәгә ҡуйыу хәйерлерәк, ә унан инде яңы умартаға ябалар. Һәр саҡ шул хаҡта белеп торорға кәрәк: күстәр эҫегә бик тиҙ ҡыҙып китә, йәғни күс ҙур, моҙға бәләкәй булһа, өҫтәүенә, ҡояш аҫтында торһа, ҡорттар янып үлә. Тотолған күс моҙғала биш һәм унан да күберәк тәүлеккә тиклем тора ала, уны өҫтәмә аҙыҡлан­дырыу талап ителмәй (сөнки ҡорттарҙың бал йыйыу бөрләтәүендә етерлек бал һуты бар), ләкин был хәлдә оҙаҡ тотоу хуп түгел. Күсте айырған көндә үк кисен, сәғәт 9-10 тирәһендә, умартаға ябырға кәрәк.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

Читайте нас