Йәмғиәт
17 Сентября 2021, 06:45

Туҡһанды үтһәләр ҙә, һайлауға беренсе килгәндәр

Хәйбулла районында үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүҙә оло быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша.

Туҡһанды үтһәләр ҙә, һайлауға беренсе килгәндәрТуҡһанды үтһәләр ҙә, һайлауға беренсе килгәндәр
Туҡһанды үтһәләр ҙә, һайлауға беренсе килгәндәр

Бөгөн Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә барлыҡ һайлау участкалары асылды. Һәр кем Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Бигерәк тә тауыш биреүҙә оло быуын вәкилдәре дәррәү ҡатнаша, улар тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына килә.

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылындағы 3246-сы һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып 92 йәшлек Зәйтүнә Шәйәхмәтова һәм 91 йәшлек Зәйнулла Билалов гражданлыҡ бурыстарын үтәгән.

Аҡъяр тау колледжының  спорт залында урынлашҡан 3205-се Йәштәр һайлау участкаһында беренсе булып  Заһиҙә Байғусҡарова һәм Әминә Һаҙыева тауыш биргән. Иң тәүге булып тауыш биреүселәргә бүләк тапшырылған. Шулай уҡ һәр ҡатнашыусыға “Рәхмәт” беләҙеге һәм буклеттар таратыла. Уларҙа ҡайҙа, ниндәй ташламалар ҡаралғаны асыҡ яҙылған.

"Депутатлыҡҡа кандидаттарға һәм сәйәси партияларға йәшәйешебеҙ сифаты артыуына һәм  балаларҙың яҡты киләсәгенә өмөт бағлап килдек. Бындай саранан бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, - ти оло быуын вәкилдәре.

Мөһим сарала коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек саралары тулыһынса үтәлә.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас