Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 17:15

Ҡунаҡтарҙы музей таң ҡалдырҙы

Халыҡ-ара эксперттар Миңлеғәле Шайморатовтың мемориалына сәскәләр һалды.

Ҡунаҡтарҙы музей таң ҡалдырҙыҠунаҡтарҙы музей таң ҡалдырҙы
Ҡунаҡтарҙы музей таң ҡалдырҙы

Халыҡ-ара эксперттар Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылындағы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың мемориалына сәскәләр һалды.

Бынан тыш, хөрмәтле ҡунаҡтар ҡаһармандың тыуған ауылындағы һайлау участкаһына ла һуғылды. Әйткәндәй, ул Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә.

Шул иғтибарға лайыҡ, һайлау участкаһы тап Миңлеғәле Шайморатовтың музейында урынлашҡан.

"Беҙҙе бындағы бай йөкмәтке таң ҡалдырҙы, – ти халыҡ-ара эксперттар. – Экспонаттар күп, музей шул хәтлем матур итеп эшләнгән".

Ҡунаҡтар Рәсәй Геройының батырлығы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фотоһүрәттәр менән танышты.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас