

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр.
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Ике балам бар, өсөнсөһөн көтәбеҙ. Йөклөлөк буйынса яңы пособиены рәсмиләштереүҙән баш тарттылар, документтарҙы йәнә тапшырҙыҡ. Декрет түләүҙәрен дә ала алмайым. Зинһар, ярҙам итегеҙ!” – 26 августа Баҡалы районынан Белла Ғиматованың ошо мөрәжәғәте “Инцидент-менеджмент”ҡа эләккән.
Республикаға идара итеү үҙәге ярҙамында пособиены тәғәйенләгәндәр. Асыҡланыуынса, был хәл техник хата сәбәпле килеп сыҡҡан. Түләүҙәр тураһындағы хәбәрҙәр йыш ҡына системаға килеп эләгә. Шуға Республикаға идара итеү үҙәге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә 30 июндә өс йәштән етегә тиклемге балаларға пособие түләү буйынса чат-бот эшләй башланы. Бынан тыш, Республикаға идара итеү үҙәге түләүҙәр һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса ике чат-бот булдырыу менән шөғөлләнә. Был хаҡта “Һайлау төнө-2021” матбуғат үҙәге онлайн-трансляцияһы – тура эфирҙа.
Фото: видеонан скриншот.