

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылындағы 1050-се һайлау участкаһында Дәүләт Думаһына депутаттарға тауыш бирәсәк 144 граждан теркәлгән.
Иң оло һайлаусыларҙың береһе - Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, 85 йәшлек Ҡорбанғәле Илбулов. Ул иң беренсе булып тауыш биргән һәм бүләк тә алған.
"Һайлауҙан бер ваҡытта ла ҡалғаным юҡ. Быйыл да мөһим сараны көтөп алдым. Уның өс көн үтеүе ҡулай. Ауыл халҡы тауыш биреүҙә үҙ ваҡытына ҡарап ҡатнашасаҡ", - ти ауыл аҡһаҡалы.
Һайлау комиссияһы секретары Рәзимә Сәйетова әйтеүенсә, халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн сараның бер нисә көнгә бүленеүе бигерәк яҡшы. Оло йәштәгеләрҙең йорттарына барып тауыш биреү ойошторолған, шулай уҡ тәүге тапҡыр килгәндәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. 17 сентябрҙә барлыҡ һайлаусыларҙың 30-ҙан ашыу проценты сарала ҡатнашҡан.
Һайлауҙа санитар талаптар үтәлә, һәр тауыш биреүсегә бирсәткә, битлек һәм бер тапҡыр файҙаланыла торған ручка бирелә.
Фото: Рәзимә Сәйетова.