Йәмғиәт
18 Сентябрь 2021, 16:00

Республика Башлығы - Благовещенда

18 сентябрҙә Радий Хәбиров Благовещен районының мәғариф һәм сәнәғәт ойошмаларында булды, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын ҡараны.

Республика Башлығы - БлаговещендаРеспублика Башлығы - Благовещенда
Республика Башлығы - Благовещенда

18 сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Благовещен районының мәғариф һәм сәнәғәт ойошмаларында булды, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын ҡараны.

“Лукоморье” балалар баҡсаһы 220 урынға иҫәпләнгән, ул “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән.

"Беренсе ҡаттағы иҙән тулыһынса йылытылған, - тине мәктәпкәсә учреждение етәксеһе Евгения Березина. – Бында төркөмдәр өсөн ҙур бүлмәләр, заманса туҡланыу блогы, медицина пункты, музыка һәм спорт залы бар".

Тәрбиәләнеүселәрҙең хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бүленә: янғынға ҡаршы автоматлаштырылған сигнализация, видеокүҙәтеү һәм башҡалар.

"Ҡала өсөн был объект ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар баҡсаһының асылыуы менән мәктәпкәсә белем усаҡтарында урын етешмәү мәсьәләһен хәл итәбеҙ", - тип белдерҙе Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов.

"Балалар баҡсаларын төҙөйбөҙ һәм бер ыңғайҙа мотлаҡ ҡоролмалар менән йыһазландырабыҙ. Ваҡыты еткәс, проекттарға бассейндарҙы ла индерәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Благовещенда Башҡортостан Башлығы “Башҡорт ихаталары” программаһының тормошҡа ашырылыуын да ҡараны. Ул Демьян Бедный урамындағы ихаталарҙың береһенә инде. Унда Радий Фәрит улы 2019 йылда булғайны. Шул саҡта халыҡ юлдар һәм тротуарҙар сифатына, йәшелләндерелмәүгә, туҡталҡалар, балалар майҙансыҡтары юҡлығына зарланғайны.

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2021 йылда әлеге ихатаны республика программаһы буйынса төҙөкләндерҙеләр. Был маҡсатта 5,8 миллион һум аҡса бүленде. Тротуарҙарға асфальт һалынды, бордюрҙар алмаштырылды, туҡталҡа барлыҡҡа килде, ағас-ҡыуаҡтар ултыртылды.

Демьян Бедный урамындағы 95-се йортта йәшәүселәр бина ҡыйығының ремонтҡа мохтаж икәнлеге хаҡында әйтте. Радий Хәбиров район хакимиәтенә йортто 2022 йылға капиталь ремонт планына индереү өсөн документтар әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы ҡалала йылылыҡ миҙгелен ҡасан башлаясаҡтары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Благовещен хакимиәте башлығы Сергей Завгородней һүҙҙәренә ҡарағанда, социаль объекттарҙа йылылыҡ бар.

Эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров Благовещен халҡын ҡалаға нигеҙ һалыныуға 285 йыл тулыу айҡанлы ҡотланы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас