

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә – Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Динар Сәлихов. Һүҙ үткән тәүлектә республикалағы оператив хәлдәр хаҡында бара.
Динар Азат улы уҙған тәүлектә Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәүе, тәбиғәт мөхитендә лә булмауы хаҡында белдерҙе. 112-се ярҙам системаһына алты меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 27 проценты - ялған. Мәҫәлән, Учалы ҡалаһындағы йәмәғәт транспорты туҡталыштарының береһендә ҡапсыҡта бәпес кәүҙәһе табылыуы хаҡында хәбәр иткәндәр, әммә был хәл раҫланмаған.
Республикала техноген характерҙағы 16 янғын осрағы теркәлгән. Был, үткән йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда, 10 процентҡа кәмерәк. Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, был һауа торошо менән бәйле.
Әле көндәр һалҡын тора. Шуға йылытҡыстарҙы файҙаланғанда уларҙың төҙөк булыуы зарур. Ғөмүмән, ут менән булашҡанда һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен, милкен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Ут яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Бәлә-ҡазаның аяҡ аҫтында икәнлеген онотмайыҡ.
Фото: видеонан скриншот.